Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Март 2023, 12:48

Этлек ҡанундары

Алама кейенеп сыҡһаң, мотлаҡ таныштарыңды осратырһың. Күрше сират тиҙерәк ҡыбырлай.  

Этлек ҡанундары
Этлек ҡанундары

1. Аҡса бөтһә, шампунь, теш пастаһы, бәҙрәф ҡағыҙы һәм башҡа көн дә кәрәкле әйберҙәр бөтә.

2. Ғүмер буйы ваҡытында килеп, бөтәһен дә көтөп ултырһағыҙ, бер көн һуңлағыҙ: кешеләр алдан килгән була.

3. Берәй әйберегеҙҙе ташлаһағыҙ, ике көндән кәрәк булсаҡ.

4. Тырнағығыҙҙы ҡырҡығыҙ, бер сәғәттән бәләкәй генә нәмәне алырға йә асырға кәрәк буласаҡ.


5. Былай көндәрҙә саҡ торһаң да, ял көнөңдә иртә менән уянып ятасаҡһың.


6. Машинаңды йыуһаң, ямғыр яуасаҡ.


7. Күрше сират тиҙерәк ҡыбырлай.


8. Алама кейенеп сыҡһаң, мотлаҡ таныштарыңды осратырһың.


9. Ниндәй генә яҡҡа ҡарап атлама, ямғыр, йә ҡар тап битеңә яуа.


10. Ваҡиғалар ни тиклем алама, шул тиклем үк телефондың көсө лә әҙерәк.


11. Һин иртә килгәндә, етәксең һуңлай, һин һуңлағанда, етәксең иртә менән килә.


12. Күптән бер кем дә яҙғаны, йә шылтыратҡаны булмаһа, йоҡларға ят.


13. Иртәрәк сыҡһаң, автобус алдан килә, һуңлаһап барһаң – ярты сәғәт көтөргә тура килә.


14. Ҡунаҡтар өйҙөң иң бола сағында килә.


15. Компьютер тиҙ генә кәрәкһә, ул яй эшләй башлай.


16. Шылтыратҡаныңда телефонды оҙаҡ ҡына алмаһалар, ауыҙыңа берәй нәмә ҡап, шунда уҡ яуап бирәсәктәр.


17. Ҡара күҙлегеңде кәрәкмәй тип ҡалдырып китһәң, мотлаҡ ҡояш сығасаҡ.


18. Күптән ямғыр яуғаны булмаһа, бесәнгә төш. Ҡыш буранһыҙ булһа, юлға сыҡ.


19. Хыялланып, аҡса йәлләй-йәлләй алған әйберең иртәгеһенә ташлама менән һатыласаҡ.


20. Аппетит ҡунаҡтан ҡайтҡас уяна.

 

Айгөл СӘЛИХОВА.

 

Сығанаҡ: https://henek.info/

Автор:
Читайте нас: