

Был минең менән йәш саҡта булды. Бер үҙем йәшәй инем. Арып ҡайтып диванға йығылдым да йоҡлап киттем. Бер ваҡыт һиҙәм кемдер ҡулын минең түшемә һалған. Йоҡо аралаш теге ҡулды бармаҡтарынан тотоп алып ташланым. Артыҡ әһәмиәт бирмәнем, йәнәһе берәй ҡыҙҙың ҡулы. Һиҙәм ҡул ипләп кенә кире ятты түшемә. Кем ул? Һаман йоҡо аралаш үткән кисте хәтерләйем. Тәк, мин ҡайттым да ятып йоҡланым, ҡунаҡтар булманы, квартирала мин бер үҙем. Һәм мин диванда ятам, минән башҡа кеше һыймай бында. Етеҙ хәрәкәт эшләп тотоп алдым теге ҡулды. Ә ҡул йөнтәҫ, хас ир ҡулы. Секунд эсендә шыбыр тиргә баттым, баштан йөҙ төрлө уйҙар үтте. Йәшен тиҙлеге менән ҡул буйлап хужаһын таптым. Ә ҡул миңә барып тоташҡан! Шул саҡ ҡына бөтөнләй уянып еттем. Минеке икән ҡул, тик ойоған булған. Шулай ҙа була икән)
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-184557435_117209