Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әкәмәт
29 Апрель 2023, 05:49

Айырылышырға тейеш булаһығыҙ

Һеҙгә ошондай хәлдәр танышмы? 

Айырылышырға тейеш булаһығыҙАйырылышырға тейеш булаһығыҙ
Айырылышырға тейеш булаһығыҙ

Йәшәгән, ти, бер йәш ғаилә. Улар көн һайын тиерлек ирешкән дә талашҡан. Көндәрҙең береһендә улар ярҙам һорап аҡыл эйәһенә барған.

Аҡыл эйәһе йәштәргә бер ҡап шырпы биргән.
- Бөгөндән башлап талашҡан һайын ҡаптан бер шырпыны алып һындырырға тейешһегеҙ, - ти икән аҡыл эйәһе.

- Ҡап бушағас ни эшләргә? - ти икән йәштәр.

- Айырылышырға тейеш булаһығыҙ.

Йәш ир менән ҡатын был көндән алып ирешмәй башлаған. Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән айырылышып ҡуйырбыҙ, тип ҡурҡҡан.

 

Фото: spasibovsem.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас