

Табип янында ( тормош күренештәре)
Мәхмүзә инәйҙең һуңғы арала башы әйләнә, йә ярылырҙай булып ауыртып ала.
-Етте, былай йөрөү, балнисҡа барырға кәрәк,- тине ҡартына бер көн.-Балнис, балнис булыр әле ул.
...Иртән-иртүк тороп маршрут автобусына сыҡты. Халыҡ тик ятмай икән дә, тип уйлап ҡуйҙы Мәхмүзә ҡарсыҡ артҡы бер буш урындыҡҡа ултырып.
Район үҙәгенә һә тигәнсе барып еттеләр. Дауаханаға тиклем илтеп ҡуйҙы мәрхәмәтле автобус шоферы.
“Регистратура” тигән бәләкәй тәҙрә аша картаһын алып, тәғәйен кабинет ишеге янына килеп баҫты. Сиратта тороусылар күп түгел, әллә яҙғы эштәр күбәйгәнгә, әллә теге тажзәхмәт өркөткәнгә, тип фекер йөрөттө ул.
-Керегеҙ!- тигән тауышты ишетеү менән кабинетҡа йүнәлде.
Табип ултырырға ҡушып ишараланы.
-Нимәгә зарланаһығыҙ?- тип һораны аҡ халатлы ханым.
Мәхмүзә әбей өмөтлө күҙҙәрен табипҡа төбәп башы ауыртыуын, атлап барғанда әйләнеп китеүен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
-Ҡан баҫымы нисек? Күтәреләме, әллә төшәме?-тип һораны табип.
-Эй, ул дәвление тамам йонсота инде,- тип теҙеп алып китте инәй.
-Үлсәгеҙ әле!- тип бойороҡ бирҙе табип урынынан ҡуҙғалмайынса ғына. - Ана, тумбочка өҫтөндә прибор!
Мәхмүзә инәй яңылыш ишеттәм ме әллә тип баҙап ҡалды, шунан тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып, тонометрға үрелде. Ярай әле, тап шундай приборҙы ҡыҙы алып ҡайтҡас, нисек ҡулланырға өйрәткәйне.
-Нисәне күрһәтә?
Бәй, бәй, бүлмәлә тағы бер кеше ултырғанын әле генә күрҙе Мәхмүзә инәй. Быныһы шәфҡәт туташы булһа кәрәк.
-140/70 те күрһәтә ҡыҙым, -тип яуапланы ауырыу.
-Пульс күпме?
-60
-Эйй, әбекәй һеҙҙең йәшегеҙ өсөн был идеаль күрһәткес,- тине компьютер артында бер туҡтауһыҙ баҫҡылап ултырған шәфҡәт туташы.
-Баш ниңә әйләнә икән һуң?
-Аһ, аһ, ниндәй заманда йәшәйбеҙ? Бында баш түгел, бөтә донъяның аҫты-өҫкә килде!-тине аҡ фәрештәләрҙер береһе.
-Бына минең дә башым сатнай. Тик хәлемде һөйләп, бәлә һалырлыҡ кешем юҡ шул һеҙҙең кеүек,- тип өҫтәне икенсеһе.
Мәхмүзә инәйгә ҡапыл оят булып китте, ултыр инде кеше бимазалап! Тыңламаны шул ҡартын, йөрөмә, һинең ҡайғың юҡ уларҙа, тип әйткәйне лә...
Элек табиптар йөрәк тибешен тыңлар, ҡулыңды тотоп пульсыңды һанар ине. Уларҙың шифалы ҡулдары ҡағылыу менән хәлең дә арыулана төшә кеүек ине. Ошоларҙы уйлап алды әбей.
-Бына һеҙгә дарыуҙар,- тине шәфҡәт туташы ҡағыҙ киҫәге һоноп.
Мәхмүзә инәй тышҡа сыҡты, саф һауала тын алыуы еңеләйеп киткәндәй тойолдо.
Минира Биканасова.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall137662990_6549