Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
5 Май 2023, 08:40

БУЛҒАН ҺӘМ БУЛЫУЫ ИХТИМАЛ ХӘЛДӘР

80-се йылдарҙа Башҡортостанға ике монгол яҙыусыһы килде. Уларҙы райондар буйлап оҙатып йөрөү эшен Сафуан Әлибайға йөкмәттеләр....Иртәгеһенә райкомдан КГБ-ға шылтыраталар:– Монгол яҙыусылары икәү, тигәйнегеҙ, өсәү булып сыҡты бит. Береһе башҡортса ла һупалай. Нишләтергә?.."

БУЛҒАН ҺӘМ БУЛЫУЫ ИХТИМАЛ ХӘЛДӘРБУЛҒАН ҺӘМ БУЛЫУЫ ИХТИМАЛ ХӘЛДӘР
БУЛҒАН ҺӘМ БУЛЫУЫ ИХТИМАЛ ХӘЛДӘР

РАИЛ БАЙБУЛАТОВ

Бының идара рәйесе Рауил Бикбаевтың урынбаҫары сағы, Яҙыусыларҙың дөйөм йыйылышын алып бара.

– Считаю открытым общее собрание СП РБ, – тип башлай, "СП РБ" беҙҙең телдә "Союз писателей Республики Башкортостан" тигәнде аңлата.
Аҙаҡтан бер йәш яҙыусы Байбулатов янына килә: "Ағай "СП РБ" тигәне нимә була ул?"

– Ул, ҡустым, "Союз писателей Раиля Байбулатова" тигән һүҙ була.
Рауил Бикбаев быны ишетеп ҡала:

– Нимә?!

– Әй, ғәфү! "Союз писателей Равиля Бикбаева" икән...

РОБЕРТ БАЙЫМОВ

– Роберт Нурмөхәмәтович, Һеҙ ниңә хәҙер әҫәр яҙмайһығыҙ?

– Лауреат булдым бит инде.


РАУИЛ БИКБАЕВ

Булған һөйләшеү. Бер көн быға шылтыраттым: "Хәлдәр нисек?"
– Ағай, илап ултырам әле. – "Кәйефе шәп" саҡтарҙа ул миңә шулай "ағай" тип ысҡындыра.

– Ниҙәр булды, мырҙам?

– Бына пенсия килтерҙеләр.


РИФ ТОЙҒОНОВ

Булыр-булмаҫ. Бер ара идара рәйесе урынбаҫары Риф Тойғонов та, һис кенә килешмәһә лә, һаҡал-мыйыҡ үҫтереп алды. Һорайһы иттем:

– Мырҙам, ниңә һаҡал ебәрергә булдың әле?

– Ағай, оло ғына йәштәһең, шуны ла аңламайһың – быйыл Рауил Төхвәтовичҡа 60 тула ла инде...

Бер аҙҙан ҡарайым: теге һирәк кенә терпе йөндәрен ҡырып ырғытҡан. – Ниңә ҡырырға булдың һаҡалыңды?

– Эш сыҡмаҫҡа оҡшаған, рәйеслектә үҙем ҡалам, ти...


БУЛАТ РАФИҠОВ

Президент Борис Ельцин наградаға ебәрелгән документтарҙы ҡарап ултыра. Динис Бүләковтың Булат Рафиҡовҡа 60 йәш тулыу уңайы менән ебәргән ҡағыҙҙарын ала:

– А, Булат Рафиков! Помню, помню его... В Уфе встречались. Что, орден Ленина? Ну, Динис Мударисович, даешь. Я же орден Ленина ликвидировал. Булат Рафиков очень любит татар – женился татарке, очень любит русских – дочь выдал за русского. Орден "Дружбы народов" ему, понима-ешь!

НАЗАР НӘЖМИ

Ейәне Айсар:

– Ҡарт әти, син Башкортостанның халык шагыйрымы, әллә Татарстанның халык шагыйрымы?

– Улыкайым, мин Казанда чакта – Татарстанның халык шагыйре, Өфөлә

саҡта – Башҡортостандың халыҡ шағиры.

– Ә Мәскәүдә?

– В Москве я – Назар Наджми.


САФУАН ӘЛИБАЙ

Башлыҡ булған һәр зат та дәүләт тарафынан беркетелгән еңел машинаны – үҙенеке, шоферын кинйә ҡустыһы итеп күрә башлай. Рауил Бикбаевтан күрмәксе, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Сафуан Әлибай ҙа машинаһын аҫтынан төшөрмәй – иҫке булһа ла, "Волга" бит әле, етмәһә, ҡап-ҡара төҫтә.

Былтыр Сафуан Әлибай Төркиәгә китте. Урынбаҫары Рәмил Йәнбәк, мин дә бер кинәнеп ултырып йөрөйөм әле, тиһә, ҡара "Волга" юҡ – Сафуан, тегене самолетҡа тағып, Төркиәгә алған да киткән. Тик изгелеген күрә алмаған – Истамбулға барып етеү менән, бының ҡара "Волга"һын пресҡа һалып ҡыҫҡан да ҡуйғандар.

Төркиәлә металлолом бик ҡәҙерле икән.

* * *
БУЛЫР-БУЛМАҪ

80-се йылдарҙа Башҡортостанға ике монгол яҙыусыһы килде. Уларҙы райондар буйлап оҙатып йөрөү эшен Сафуан Әлибайға йөкмәттеләр.
...Иртәгеһенә райкомдан КГБ-ға шылтыраталар:

– Монгол яҙыусылары икәү, тигәйнегеҙ, өсәү булып сыҡты бит. Береһе башҡортса ла һупалай. Нишләтергә?..

 

 

РӘШИТ СОЛТАНГӘРӘЕВ

Сығанаҡ: БР Милли әҙәбиәт музейы (НЛМ РБ) 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас