Сираттағы гастролдә мине бер ауылда бик матур итеп һалынған йортҡа урынлаштырҙылар. Уның эргәһендә ҡартайып килгән йорт та бар. Тик ул ситтәрәк. Яңы йортҡа юлы кәртәләп алынған. Йәғни шлагбаум кеүек булып тора. Йорттоң хужаһы – йәш уҡытыусы егет. Яңғыҙы ата-әсәһенән башҡа йәшәй.
Егет менән сәй эсеп ултырабыҙ. Тәҙрәгә күҙ һалһам, урамдан бер ҡыҙ әллә нисә мәртәбә тегеләй ҙә, былай ҙа үтеп китте. Ҡапҡа эсенә лә күҙ ташланы. Бер аҙҙан һуң тәҙрә ҡаршыһында икенсе ҡыҙ пәйҙә булды. Минең иһә, ҡартайып бөтһәм дә, ҡыҙҙарҙың күҙе миңә төшкәндер ҙә, фатирҙы шуға күҙәтәләрҙер, тип уйлауҙан йөрәгем дәртләнеп китте. Уйҙарымды һиҙгән кеүек, хужа:
– Тағы ике ҡыҙ үтеп китте, – тине.
– Ә ни эшләп үтәләр? – тип һораным.
– Мин, Юнир ағай, өйләнергә йыйынып йөрөйөм, – тине егет. – Башта ҙур итеп йорт төҙөнөм. Буласаҡ ҡатыным, ҡәйнәнән ҡурҡмаһын, тип ваҡытлыса атам-әсәм йорто юлына кәртә ҡуйҙым. Әле уҙып киткән ҡыҙҙар, яйлап ҡына атлап, миңә үҙҙәрен кәләш итеп һайларға тәҡдим итә. Минең кәләш һайлау конкурсы бер ай бара инде. Көҙгә табан күңелемә оҡшағанын алам.
Ҡайһы бер егеттәр, кәләш юҡ, тип зарлана. Бына бит башлы-күҙле булыуҙың ниндәй матур юлын тапҡан был егет.
Юнир САЛАУАТОВ.