Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатынҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлдытөпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әлләҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.
– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙбальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренәносҡон сәселде.
– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.
– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.
Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдерйәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырғауҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙыбашҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.
Сабир Шәрипов