

Айгөлдө студент йылдарында, Ҡарһылыу булыуын теләп, ауылдаштары түҙемһеҙлек менән көтөп алыр булған. Сөнки ул моңло йырҙары менән шыршы байрамын биҙәгән. Ә бергә уҡыған иптәш ҡыҙҙары ла килһә, байрам ҙур концертҡа әйләнә торғайны, ти. Ауылының бер егетенә оҙаҡ ҡына ғашиҡ булып йөрөгән Айгөлдө әхирәттәре хистәрен белдереп хат яҙырға өгөтләй. Оялсан егеттән тәүге аҙымды көтөп көтөк булған ҡыҙ, бар ҡыйыулығын йыйып, һөйөү хаты яҙа. Мәскәй әбей булып кейенгән әхирәте бал-маскарад ваҡытында хатты теге егеткә тапшыра.
– Шул ваҡыттағы ҡаушауым, оялыуым иҫемә төшһә, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә. Ҡайҙа инде ул егет менән осрашып тороу, байрам бөтөү менән өйгә ҡарай йүгерҙем. Байрам үтеп, уҡырға киткәнсе клубҡа сыҡманым, – тип хәтерләй Айгөл.
Фото: Бәйләнештә