

Һуңғы арала Белорет районының Боғанаҡ ауылында ғәжәп хәл күҙәтелә. Халҡы мең кешегә лә тулмаған ауылда быйыл бер-бер артлы өс кеше үҙ-үҙҙәренә ҡул һалған. Уларҙың туғандары бының бер сәбәбе лә булмауын, улар үҙҙәренән һуң бер ниндәй хат та, суицидҡа барыуҙарының сәбәптәрен аңлатҡан яҙыу ҙа ҡалдырмауын әйтә. Быға тиклем дә ауылда үҙ-үҙен үлтереүселәр һаны күп булған.
Аптырағас, ауыл халҡы ТНТ телеканалында сығыусы "Битва экстрасенсов" тапшырыуына ошо ғәжәп хәлдәрҙе тикшереүҙе һорап хат яҙған. Экстрасенстар һәм Александр Олег Шепс, сихырсы Марьяна Романова ошо ваҡиғаны тикшерергә килгән. Улар ҡатнашлығындағы тапшырыу шәмбелә ТНТ телеканалында күрһәтелде.
Ысынлап та та, был ваҡиғаларға боҙом сихырсылыҡ йәки сәбәпсеме һуң? Иң ҡурҡыныс шиктәр дөрөҫ булып сыҡты. Александр ШЕПС ауыл ҡатындарын сафҡа теҙеп, яндарынан урап үтеү менән, ҡайһыларының яҡындарының үҙ-үҙенә ҡул һалғанлығын бер хатаһыҙ әйтеп бирҙе. Шунда уҡ ул үҙ янында мәрхүмдәрҙең йәне йөрөүен дә хәбәр итә. Экстрасенс әйтеүенсә, ауыл үҙ-үҙен үлтереүселәрҙең бер кеше тарафынан ҡарғалған, унда йәшәүселәргә "Иуда ҡарғышы" һалынған. Шепс был зыяратта кешенең ҡәберен табып, махсус ритуал үткәреү кәрәклеген әйтте.
Кисен зыяратта башҡа һыймаҫлыҡ хәл башланды. Мәрхүмдәрҙең туғандары үҙҙәре менән унда йомортҡа алып барырға тейеш булды. Алдан хәбәр итмәһәләр дә, экстрасенс уларҙың һәр береһен үҙ-үҙен үлтергән тугандарының ҡәберҙәренә алып барҙы. Махсус рәүештә сихыр ҡайтарыу йолаһын үткәргәндән һуң, улар шул йомортҡаларҙы ҡулдарында ватып ҡарарға тейеш булды. Һәм ни ғәжәп: йомортҡаларҙың бөтәһе лә боҙоҡ булып сыҡты! Кешеләр таң ҡалды! Сағыштырыу өсөн, үҙҙәре менән алып килгән башҡа йомортҡаларҙы зыяраттың тышында ватып ҡаранылар, уларҙың барыһы ла таҙа булып сыҡты! Ҡәберҙәр янанда ватылған боҙоҡ йомортҡаларҙы зыяраттан алып сығыуҙы экстрасенс ҡаты тыйҙы, уларҙы зыяраттағы дүрт һуҡмаҡ сатына ташларға бойорҙо. Шул рәүешле, ул халыҡты ҡарғыштан ҡотҡарыуын белдерҙе.
Икенсе экстрасенс РОМАНОВА Марьяна ҡарғыштың башын һуғыштан һуң бында урындағы халыҡ тарафынан гонахһыҙ рәнйетелгән һәм үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр булған немец әсиренә илтеп тоташтырҙы. Һәм унан улар ғәфү үтенде, ауылда йәшәүселәр янынан ситкә китеүен һораны.
Фото: prufy.ru