Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әкәмәт
29 Июнь 2023, 16:27

Ауыл ырымдары

– Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ.

Ауыл ырымдарыАуыл ырымдары
Ауыл ырымдары

– Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була.

– Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле.

– Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп.

– Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ.


– Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була.


– Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй.

– Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ.


– Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар.


– Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған.


– Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй.


– Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ.


– Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына.


– Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимәк, был – Урал аръяғы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-160399987_21927
 

 

Автор:
Читайте нас