

— Шулай тигәйнем дә ул... Тик эштә ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Стресс арҡаһында, ашайым да ашайым, — тип ауыр уфтанды арыу кәүҙәлеһе. — Дүшәмбенән үҙемде ҡулға алам! Һүҙ бирәм.
Икенсе осрашыуҙарында әхирәттәр был һөйләшеүгә кире ҡайтты.
— Шунан, уңыштар нисек? Ябығып буламы? — тип ҡыҙыҡһынды нәҙек әхирәт.
— Ҡайҙа-а-ан, — тип һуҙҙы тумалағы. — Эштә бөтмәҫ тыуған көндәр. Торт алып киләләр ҙә ашаталар. Бүләккә аҡса йыйғас, юҡ тип ултырғы килмәй. Бына отпускыға сыҡҡас, фигурама тотонам...
Өсөнсө тапҡыр осраштылар.
— Нисек отпускы үтеп бара? Берәй диетаға ултырҙыңмы? — тип хәл һорашты нәҙеге.
— Эх, әхирәт. Депрессия минең... — Һағышлы итеп ҡараны тумалағы.
— Уныһы тағы нимә?
— Бер нәмә лә эшләгем килмәй. Хәлем юҡ. Сериалдар ҡарап тик ятам. Ябығыу ҡайғыһы юҡ.
— Улай булмай инде, әхирәт! Ябығам тигәс, әйҙә, эшкә тотон. Көн һайын парк буйлап йәйәү йөрө. Күберәк йәшелсә-емеш аша...
— Ярай, шулай итермен, — тип вәғәҙә биреп тороп ҡалды тумалаҡ әхирәт.
Дүртенсе тапҡыр күрештеләр.
— Аңлауымса, һин һаман эш башламағанһың, — тип уфтанды нәҙеге.
— Кәңәштәр биреүе рәхәт. Һин үҙең “гончая порода”нан бит...
— Юҡсы! — Тип килешмәне нәҙеге. — Мин көнөнә йәйәүләп биш саҡрымдай йөрөйөм, төнгөлөккә ашамайым, әүҙем булырға тырышам...
— Минең һөйәгем эре, тип әйтәм бит, — тумалаҡтың тыңлағыһы ла килмәне.
— Улай булмай! Билдәреңдән һөйәктәр һәлберәмәйҙер, моғайын.
— Бәйләнде бит! Ябыҡ та ябыҡ! Минең бөтә туғандар кәүҙәле! Не я такой, тоҡом такой! — тине ҡаты итеп тумалағы.
Бындай һүҙгә яуап табыламы инде? Әхирәттәр артабан бәхәсләшеп торманы. Шунда уҡ килешеп ҡуйҙылар: бер әхирәт һимеҙмен тип мыжымай, икенсеһе ябыҡ тип ҡаңғыртмай. Тоҡом шулай булғас, ҡайҙа бараһың инде...
Заһиҙә МУСИНА.