

Бәхеттең ни икәнен белгең килһә, әсәй бул... Эйе-эйе, Гөлзифа бының менән тулыһынса килешә! Бер-бер артлы өс тапҡыр бала тапты бит ул! Һуңғылары хатта игеҙәк булды. Өлкәненә – алты, уртансыһына – дүрт, бәләкәстәренә ике йәш. Гөлзифаның бәхете муйындан ашҡан. Уларһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.
Ни тиһәң дә, балалар — ғүмер сәскәләре. Әммә бер кем әйтмәгән: был сәскәләр көнө-төнө шаулай, тамаҡ таптыра, иғтибар талап итә икән. Дүрт яҡтан сыҡҡан әсәй ҙә әсәй тигән тауыштарға Гөлзифа көн дә, төн дә шатлана. Береһе тышҡа сығам тип мыжый, икенсеһе асыҡтым тип артынан ҡалмай, игеҙәктәр тәтәйҙәргә талашып тас та тос килә... Бына ҡайҙа ул бәхет!
Ә иң күңеллеһе төндә башлана. Ҙуры бәҙрәфкә яңғыҙы йөрөргә ҡурҡа, уртансыһы йоҡлау урынына шаяра, игеҙәктәр һаташа... Гөлзифа өсөн төндә бер ҙә уянмай йоҡлау – бер хыял ғына. Ә йоҡо туйҙырыу – бөтөнләй әкиәт...
Шуға ла иренең отпускы алыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Һуңғы эш көнөнән хәләлен йәш әсәй ҙур сумка менән ишек төбөндә үк ҡаршы алды. Уныһы килеп ингәс тә:
— Хуш, мин киттем! – тине. – Ҡала ҡырындағы өйҙө өс көнгә алып торҙом. Шунда булам, мине борсома, — тип сығып китте.
“Йоҡларға! Йоҡо туйғансы йоҡларға!” — тип барып инде Гөлзифа. Хатта өйҙөң ныҡ иҫке булыуына ла, унда торған шомлоҡҡа ла иғтибар итмәне. Боронғо урындыҡҡа йығылды ла әүен баҙарына китте. Әммә төн уртаһында ниндәйҙер аяҡ тауыштарын, сәйер өндәр ишетеп, күҙен асып ебәрҙе. Йөрәге табанына төштө:
— Йә, Хоҙай! Кем унда? — Һалҡын тиргә батты. — Ҙуры бәҙрәфкә барам тиме? Уртансыһы бергә йоҡлайым тип килдеме? Игеҙәктәр уяндымы?...
Шунан ғына өйҙә түгеллеген аңлап ҡалды. Ә сәйер тауыштар тынманы. Хатта нимәлер дөбөр-шатыр ҡоланы.
— Ә-ә! Ен-пәрейҙәр генә икән, — тип Гөлзифа йылмайып ебәрҙе. Һәм тынысланып, кире тәмле йоҡоға сумды әсәй кеше.
Заһиҙә МУСИНА.