

Бер кис, ҡараңғы төшмәгәйне әле, ҡайтып килһәм эштән - бер баҡсаға күҙ төштө бит. Ә баҡсала алмағастар ҡып-ҡыҙыл алмалары күҙ яуын алып торалар, ҡәһәрең.
Ҡайттым да ятаҡҡа һөйләнем малайҙарға. Ҡайһыһы беҙ ҙә күрҙек, эте уҫал, кереп булмай, ҡотортма юҡҡа тине. Өс мари малайы ғына миңә күҙ ҡыҫып, ризалыҡтарын бирҙе. Покажем марийский метод сбора яблок , тип көләләр. Төнгө берҙәр булғас сығып киттек ҡырын юлға. Ә миңә ике одеял алырға ҡуштылар был мут малайҙар, ниңә икәнен һорағайным да, увидишь, тип көлдөләр ҙә бөттө. Барып еттек. Мине шухерға ҡуйҙылар. Тегеләр одеялдарҙы алып, һикерешеп төштөләр шым ғына. Төн айлы ине. Тегеләр иң ҙур алмағас аҫтына ике одеялды йәйҙе. Мин һаман аңламайым, алмағасҡа менеп берәрләп ырғытҡансы, эт уяна бит, тип уйлап та өлгөрмәнем. Иң оло кәүҙәле Сидор исемле егет йүгереп килеп ҡушаяҡлап типмәһенме бахыр алмағасҡа! Ул хәтлек тетрәнеүҙән алмалар түгел япраҡтары ла ҡойолоп бөткәндер тип уйлайым мин... Беҙҙең уҫал тигән этебеҙҙә был хәтле наглосты күргәне булмағандыр, әллә ҡурҡты, бик һуңлап ҡына лауылдай башланы .
Ярай, минең уйҙар миндә ҡалһын, ҡалған ике егет күҙ асып йомған арала одеялдарҙы алмалары менән бергә йыйып , ҡойма аша миңә бирҙе. Үҙәре лә мыштырламай ғына ҡойма аша сығып еттеләр, и һыҙҙыҡ, икенсе яҡҡа ятаҡтан. Күпемер үткәс бер тыҡрыҡҡа кереп киттек тә, ауылда эттәр тынып, һиллек урынлашҡансы бер ун минуттай ултырғас, икенсе урамдан ҡайттыҡ. 4 биҙрәгә яҡын алма ине одеялдарҙа. Ике көн буйы ашаныҡ, ҡыҙҙар һыйланыҡ.