

– Ит бешер, һурпаны һөҙөп ал. Шунан һалма, һуған һал, — тип рецепт өйрәтте. Ярай, ауыр түгел, шикелле. Эштән ҡайтыуына сюрприз булыр.
Кәстрүл тултырғасы һыу ҡойҙом да ит һалдым. Тик ниндәй ит икәнен айырманым. Уныһы нисә сәғәт бешер инде? Ярай, бысаҡ менән төртөп ҡарармын да белермен. Тә-әк, ә һалмаһы юҡ! Магазинға барырға кәрәк. Итемде һүндерҙем дә йүгерҙем. Шаҡмаҡ һалма табып, шат йылмайып ҡайтып индем. Газды кире тоҡандырҙым. Бөтә ингредиенттар бар. Хәҙер ит бешһә, һөҙөп алам да һалма һалам. Һөҙгөс! Һөҙгөс миндә юҡ. Киттем тағы магазинға. Итте һүндереп торҙом. Бер сәғәт тирәһе “хозмагтар” буйлап ул һөҙгөнө эҙләнем. Таптым барыбер. Бешергәс, йүнле итеп бешерергә кәрәк.
Ҡайтып, ниһайәт, итемде кире тоҡандырҙым. Һә тигәнсе бешерермен тип уйлағайным... Өс сәғәт үтте. Итем бешергә лә уйламай. Һыуын әллә нисә тапҡыр өҫтәнем, бөтөп тик тора. Дүртенсе сәғәт китеүгә, йомшарғандай булғас, итте алдым. Иң мөһиме – һурпаһы булһа, булған. Итте ни фастфудта ла көн дә тигәндәй ашайбыҙ. Һөҙөп, һалма һалдым. Әҙ һымаҡ булып тик тора. Алғаным вис китте. Һалдым да һауытын ташланым. Тәк, туҡта нисә сәғәт бешә ул һалмаһы? Һауытында яҙылған булырға тейеш. Кире алып уҡыным. Кире ырғыттым. Хәҙер шул ваҡытты көтөргә генә кәрәк...
Ярты көн буйына йүгереп йөрөп ярты кәстрүл һалма бешерҙем. Иремде әйтәм, маҡтаған булды. Ә бит тәрилкәһендә бутҡа һымаҡ ҡуйы, бер тоҙлоҡһоҙ аш ине. Ярай, башҡа һорамаҫ, тип ҡыуандым. Әммә бер аҙнанан ҡәйнәм ҡунаҡҡа килде. Күстәнәскә порцияларға бүленгән һалма менән туңған тоҙлоҡ алып килде...
Сығанаҡ: "Һәнәк" журналы.