

Өләсәй мине көтөп кенә торған. Самауыры һыжлап ултыра. Хәлдәрен һораша-һораша мейестән яңы сыҡҡан алма бәлешен теләм.
– Ашама бысаҡтан! — тип ҡапыл өләсәй ҡысҡырып ебәрҙе. Ауыҙыма бер алма өлөшө йәбешкән бысаҡты килтергән көйө ҡатып ҡалдым. — Аптырап бараһыңмы әллә? Алама телле булып үҫкең киләме?..
Йәшем инде утыҙға етеп барһа ла, үҫеремде күптән үҫһәм дә, өләсәй менән һүҙгә килешеп буламы? Бысаҡты ипләп кенә төшөрҙөм. Шунан икебеҙгә лә сәй яһап, иркенләп табын артына ҡунаҡланым. Өләсәй быны ла оҡшатманы:
– Аһ-аһ, мөйөшкә ултырма! Кейәүгә сыҡмайһың бит! — тигәс һайлаған урынымды алмаштырырға тура килде. — Икмәкләп аша. Бөгөн иртән генә һалғайным. Ынтыл! Ябығып киткәнһең!
Өләсәй икмәкте һауыты менән миңә шылдырҙы. Баш тартһаң, “һиңә тип бешерҙем” тип үпкәләй бит инде. Ҡулға эләккән һыныҡты алдым.
– Эй, алла! Икмәктең ҡырын алдың! — тип баш һелкте өләсәй.
– Тешең уға барыбер үтмәй бит, — тигән булам. — Ашаһам, нимә булған?
– Үтмәһәсе, сәйҙә ебетермен. Ҡырын ашап, ҡырға кейәүгә сығырға уйлайһыңмы? Эйе, әбейҙән ситкәрәк китәм тиһең инде. Былай ҙа һирәк киләһең, сәпсим күрешмәйбеҙ инде...
Һүҙ олоға китмәҫтән алда икенсе киҫәкте эләкерҙем. Өләсәй ҡәнәғәт йылмайҙы. Тик иркенләп сәй эсеп булманы:
– Ҡалаҡлап эсмә! — Әмер бирҙе өләсәй. — Ҡәйнәң уҫал була!
– Аллам һаҡлаһын, — тип өс тапҡыр өҫтәлгә һуҡтым. Шаяртыуымды өләсәй аңлап етмәне, шикелле.
– Нишә өҫтәлгә һуғаң? Кире ҡағыла бит! Ана, иҙәнгә туҡылдат!
Иҙәнгә һуғам тип эйеләм тигәнсә тоҙҙо түгеп ебәрҙем.
– Шәкәр! Шәкәр һип тоҙҙоң өҫтөнә, — тип бойорҙо.
– Уныһы тағы нимәгә?
– Түгелгән тоҙ бәлә килтерә. Шәкәр һипһәң, ҡаза урап үтә.
Тоҙ өҫтөнә мул итеп тороп шәкәр һалдым.
– Хәҙер һөртөп ал, — тине өләсәйем оло ҡайғынан ҡотолған кеше ҡиәфәте менән. — Ҡайҙа ҡағыҙ менән? Ирешәбеҙ бит! Өҫтәлде бер ваҡытта ла ҡағыҙ менән һөртөргә ярамай, атыу иреш-талаш сыға.
Алған салфеткамды кире һалырға тура килде.
– Э-эй, ҡыҙым! Белмәйем инде хатта, кейәүгә сыҡһаң, ирең менән нисек йәшәрһең инде? Һине тормошҡа өйрәтергә лә өйрәтергә...
Өләсәйҙең ҡылыҡтарын көлкө күрһәм дә уйланып ҡуйҙым әле. Бәлки, ырымдарҙы боҙмай йәшәгәнгә лә элекке парҙар иллешәр йыл бергә булалыр?.. Уйланып китеп, сәйҙе эсеп бөткәнмен. Әпәр иттем, урындан ҡуҙғалдым. Әммә:
– Ҡайҙа тороп бараһың? Икмәгең ҡалды! Ямандан яртыһы ҡала, ашап бөтмәйенсә тормайһың! — тигән өләсәйҙең тауышы туҡтатты...
Айгөл СӘЛӘХОВА.