Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әкәмәт
30 Июль 2023, 08:37

Уҫал әтәс

Шул ҡороғор әтәсте генә алһа ни булған, тип төлкөнө әрләйем бит...

Уҫал әтәсУҫал әтәс
Уҫал әтәс

"Быйыл йәй башынан төлкө эйәләште ауылға. Ирем менән бер-беребеҙгә ышанып, һарайҙың ишеген япмай ҡалдырғанбыҙ. Иртән тороуыбыҙға төлкө бер тауығыбыҙҙы "шылдырған". Уҫал әтәсем бар, ем һибергә тип сыҡһам, өҫтөмә ырғый, саҡ ҡасып ҡотолам. Шул ҡороғор әтәсте генә алһа ни булған, тип төлкөнө әрләйем бит. Бер нисә көндән һарай ишеге тағы асыҡ ҡалған. Был юлы теге әтәс юҡҡа сыҡҡан. Бик көйәләнмәнем, барыбер әтәсте алыштырырға кәрәк ине, үҙен тотоп һуйырға ла бирмәҫ ине, әлдә урлаған тип төлкөгә рәхмәт уҡыным дә тынысландым. Төш ауышҡас, ауыл осонда йәшәгән бер ҡатын шылтырата:"Теге уҫал әтәсең ҡанға батҡан, урман яғынан сабып килеп, минең ихатаға килеп керҙе",-ти. Күрәһең, һарайға килеп кергәс, тауыҡтарҙы һаҡлап, төлкө алдына сыҡһа, тегеһе әтәсте эләктереп, табышына шатланып, урманға йүгергәнендә, әтәс төлкөгә күрмәгәнен күрһәткәндер, бахыр "һунарсы" артына ла ҡарамай ҡасҡандыр урманға - ҡабат ауылға төлкө килгәне ишетелмәй.

 

Сығанаҡ : https://vk.com/wall-211764659_9557

Автор:
Читайте нас