Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
28 Август 2023, 14:44

Нисек йәшәгәнбеҙ? Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА

Нисек йәшәгәнбеҙ? Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВАНисек йәшәгәнбеҙ? Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА
Нисек йәшәгәнбеҙ? Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА

Быға тиклем теге йәки был иҫтәлекле датаны үткәреүгә бүленгән бюджеттың яртыһынан күбеһен үҙ кеҫәһенә һалған тамадаларһыҙ нисек ҡунаҡ йыйҙылар икән? Элек ни гармунда, йә башҡа музыка ҡоралында оҫта уйнаған, үҙен кеше араһында тота белгән бер ауылдашыңа ваҡытын әйтеп ҡуйыу ҙа етә ине. Кеҫәһен дә тултырмай, микрофонға шарылдап, ҡунаҡтың башынан аҙағына тиклем башҡаларҙы үҙ ауыҙына ла ҡаратып ҡуйып ҡолаҡ та тондормай.

Барыһын да бейетеп, йырлатып, сит-яттарҙы таныштырып, барыһының да күңелен күреп уҙғара ла ебәрә ине. Ул ваҡыттарҙа көрәгәсе тигән башҡорт телендәге матур һүҙ ҙә ҡулланылышта ине.
Аҡыл һатыусы аҡыл карталарһыҙ нисек донъя көткәнбеҙҙер... Уға тиклем гүзәл заттарҙың ҡатын-ҡыҙ асылы нисек асылған да, ир-егеттәр үҙҙәренең көслө сифаттарын ҡайҙан белделәр икән?!
Быға тиклем, ямғыр алдынан күҙгә кереп барған ләпәкәйҙәр шикелле ҡапыл күбәйеп киткән йырсыларҙың көн һайын нимә ашауҙарын, ире менән тәүлегенә нисә тапҡыр ирешеүҙәрен, балаларының ҡасан теше сығыуҙарын белмәйенсә, һәр баҫманың сайтында береһенән-береһен уҙҙырып ошо хаҡта яҙылған яңылыҡтарҙы уҡымайынса нисек торҙоҡ икән?
Балаларҙы үҫтереүсе тренингтарға йөрөмәйенсә, психологтар менән кәңәшләшмәйенсә, тәрбиә тураһында ҡалын, йылтыр тышлы китаптар уҡымайынса, беҙҙе нисек үҫтерҙеләр икән? Әсәйемдең бер ҡарашы хаталы аҙымдан, уйланылмаған шуҡлыҡтарҙан, күҙ тейеүҙән, тағы әллә ниндәй күҙгә күренмәгән көстәрҙән аралап ҡала ине.
Һәр иртән уң аяғың менән торорға өйрәтеүсе марафондар, ябыҡтырыусы һуттарһыҙ нисек йәшәгәнбеҙҙер. Тик миҙалдың икенсе яғы: егерме биш-утыҙ йыл элек ихлас, бәхетле йөҙҙәр күберәк булған да, халыҡ артыҡ кәүҙә ауырлығынан да йонсомаған.
Шул уҡ теманы дауам итеп... Аҡса һуғырға, еңел юл менән тиҙ генә байырға өйрәтеүсе әҙәмдәр күбәйә барған һайын, ябай халыҡтың күп өлөшө кредит һаҙлығына бата бара.
Шаурма, бургер, мең төрлө исем менән бер үк аҙыҡ-түлек ҡулланылып эшләнелгән фастфудһыҙ нимә ашағанбыҙ? Улар рационға ингәнсе гастроэнтеролог, инфекционистар эшһеҙ ултырҙымы икән?!
Замана мутлашыусыларының береһе – нумерологтарһыҙ нисек план ҡороп, ниндәй маҡсат менән йәшәгәнбеҙ?! Кеше тикшереп, диванда арҡырыһын буйға һалмайынса ята бирһәң, әҙерҙе берәү ҙә ҡулыңа килтереп тоттормаясағы берәй ваҡыт беҙҙең быуынға барып етерме?!
Блогерҙарҙың туҙға яҙмаған лайфхактары килеп сыҡҡансы, Ҡытай Рәсәй баҙарын яулағансы, нисек көн күргәнбеҙҙер!? Уға тиклем сәнәғәт тауарҙарының сифатлылығы, төҙөлгән биналарҙың ныҡлығы, аҙыҡ-түлектең экологик яҡтан таҙа, эскән һыуҙарыбыҙҙың, урмандарыбыҙҙың бай, мул булыуын киләсәк быуындар фантастика итеп ҡабул итмәһә ярай ҙа...

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

 

 

Автор:
Читайте нас