Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әкәмәт
30 Август 2023, 06:56

Ярҙам итегеҙ!

Бөгөн инде бөтөнләй аптыратты. Ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөйбөҙ.

Ярҙам итегеҙ!Ярҙам итегеҙ!
Ярҙам итегеҙ!

Бөгөн көнө буйы өйҙә ултырҙым. Әсәй: “Тик ятаһың, бар, һауа алыштырып ин! Тышта йөрөп кил”, — тине. Ярай, киттем тышҡа. Көнө буйы йөрөнөм. Ул мине: “Ҡайҙа ул тиклем йөрөйһөң?! Өйөң бар икәнен оноттоңмо?” — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды.

Анау йылы, яңы йылда, инде егермем тулһа ла, “шампан” эсеүҙән тыйҙы: “Һин әле бәләкәйһең”, — тине. Мәжлес аҙағында: “Һауыт-һабаны үҙең йыйып ал. Һин инде ҙур”, — тип әйтте.
Теге юлы көндөҙ ултырып торорға булдым. Әсәй килеп инде: “Бер нәмә лә эшләшмәйһегеҙ”, — тип зарланды. Иртәгеһенә таң менән тороп картуф утарға сыҡтым. “Э-эй, балам! Етәр, ин. Эш ҡасмай ул”, — тип индереп сәй эсергә ултыртты.
Теге көн йоҡлап алдым. Уянғас: “Ул тиклем ҡайһы ереңә йоҡлайһың?”, — тип аптырауын белдерҙе. Шул уҡ көндөң кисендә: “Бар, ят йоҡла, һаман ултыраһың!” — тип йоҡо бүлмәһендәге утты һүндерҙе.
“Бешерәм-бешерәм, бер нәмә ашамайһың! Астан ғына үлерһең инде”, — тип һуҡранды төшкө аш мәлендә. Аҙаҡ тултырма киҫеп алам тиһәм: “Ул ҡунаҡтарға! Ана, бутҡа аша!” — тине.
Бөгөн инде бөтөнләй аптыратты. Ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Ул миңә әмер бирҙе: “Алма һалма, һалма һал, төнәтмә төнәт, тултырма тултырма, турама тура...” Зинһар, үтенеп һорайым! Әсәйемде аңларға ярҙам итегеҙ!

Айгөл СӘЛИХОВА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас