Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
4 Сентябрь 2023, 08:52

Этен йоҙаҡлап киткән

Бер мәл әсәйҙәр ҡунаҡ йыйҙы. Араларынан Әхмәр исемле ағай аш ашағандан һуң, ипләп кенә, атайға күренмәҫкә тырышып, ҡасып сығып бара.  

Этен йоҙаҡлап киткәнЭтен йоҙаҡлап киткән
Этен йоҙаҡлап киткән
Этен йоҙаҡлап киткән
 
Бер мәл әсәйҙәр ҡунаҡ йыйҙы. Араларынан Әхмәр исемле ағай аш ашағандан һуң, ипләп кенә, атайға күренмәҫкә тырышып, ҡасып сығып бара. Атайҙың уҫаллығын белә: аштан һуң ҡайтармауы мөмкин бит!
Әсәйем Әхмәр ағайға һуғым һуйышҡан өсөн рәхмәт әйтеп оҙатып тора. Эх, ҡасып өлгөрмәне... Залдан атай килеп сыҡты:
—Һай, ҡайҙа бараһың?
—Уй, ағай, ҡайтыр кәрәк. Бер башмаҡты сдавать итәм тигәйнем, хәҙер мал алыусылар килә.
—Килһә ни, сәй эскәс ҡайтырһың!
—Юҡ, рәхмәт, итак оҙаҡлап киттем.
—Нимә,—атайҙың күҙе дүрт булды.—Ул нишләп этеңде йоҙаҡлап китәһең ул?
—Ниндәй эт?—хәҙер Әхмәр ағайҙың күҙе дүрт булды.
—Һуң, этте йоҙаҡлап киттем тиһең дә баһа.
—Юююҡҡҡ, улай тимәнем.
Икеһенең һөйләшкәненә ҡарап, мин рәхәтләнеп көлә башланым. Нимәгә көлгәнде аңланығыҙмы? Аңламаһағыҙ «итак оҙаҡлап киттем» тигәнде олораҡ, һаңғырауыраҡ кешегә әйтеп ҡарағыҙ.
 
Р.Вәлиева.
Автор:
Читайте нас