Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
5 Сентябрь 2023, 09:44

Коммерция тәҡдиме

Ҡыҙыл дипломымды ҡулыма алғас, эш эҙләп йөрөйөм. Кадрҙар бүлегенән ары үтеп булмай. Һөйләшеп тә тормай, кире бороп сығаралар. Бигерәк йәшмен. Сираттағы ойошма тупһаһын аша үткәс, әрһеҙләшеп ҡарарға булдым. – Һеҙгә коммерция тәҡдиме менән килгәйнем. Барый Хәйҙәр улын күрергә мөмкинме?– тигән булам.

Коммерция тәҡдимеКоммерция тәҡдиме
Коммерция тәҡдиме

Секретарь телефонына үрелде:
– Барый Хәйҙәр улы, корпоратив клиент килгән. Уның һеҙгә ым... коммерция тәҡдиме бар. Керетәйемме?.. Ыһы... Ярай.
– Барый Хәйҙәр улы хәҙер ҡабул итер, – тине ул.
Бына директорға үттем.
– Нисек килеп еттегеҙ, – тип минең менән ҡуш ҡуллап күреште директор, – абзый икән тиһәм, ҡусты ғына икәнһегеҙ.
– Рәхмәт, Барый Хәйҙәрович, – тигән булам, ауыҙ йырып.
Өҫтәл артына ултырғас, директор, тыңлайым, тигәндәй, ҡарашын миңә төбәй.
– Мин кисә генә ҡулыма диплом алдым, – тип бар ҡыйыулығымды йыйып һүҙемде дауам итәм, – һеҙҙең теләһә ҡайһы артта һөйрәлгән бүлегегеҙҙән “тәтәй” эшләй алам.
– Нисек? – директорҙың күҙҙәре ҡыҫыла бирә.
– Яп-ябай. Бына, күрәһегеҙме, ҡыҙыл дипломымда гел “5”-леләр генә. Ә беренсе курста гел “4”-леләр ине.
– Шунан? Оценкаларҙы һатып алдығыҙмы?
– Юҡ. Тырышып уҡыным, үҙ аллы ла шөғөлләндем, өҫтәмә дәрестәр ҙә алдым... Курс эштәремде, дипломымды ла үҙем яҙҙым.
– Бына быныһы ҡыҙыҡ. Ә беҙгә файҙа килтерерлек нимәләр эшләй беләһегеҙ?
– Һуң, әлеге лә баяғы, мин бит – кисәге студент. Теләһә ниндәй насар күрһәткестәрҙе сессия... әй, квартал алдынан тәртипкә килтерә алам.
– Дүшәмбенән эшкә тотоноғоҙ!

Иҙел ИСҠУЖИН.

Автор:
Читайте нас