

Соланға сыҡһам, дүрт йәшлек ҡыҙым көсөккә аҡыл өйрәтә. Күрәһең, тағы ла бер уйынсығын сәйнәгән өсөндөр. Көсөк ялбарыулы ҡараш менән уға баҡҡан. Көтмәгәндә ҡыҙым бармағын янап: «Хәтереңдә тот, һин – аңра, һине әрме генә кеше итә ала!» – тине.
Атлы уйнайбыҙ
Улым менән атлы уйнайбыҙ. Сыңғарсай бармағымды тумбочкаға бәргәнсе елкәмдә йөрөттөм. Бөйөк һыбайлы елкәмдән төшкәс:
– Ат, бармағың ныҡ ауыртамы? – тип һораны.
– Ныҡ.
– Мине ҡабат йөрөтә алмайһыңмы?
– Алмайым.
– Йәл. Атырға тура киләсәк…
Атайымдыҡы
Танышымдың улы бәйләнгән күҙҙәр менән ултыра. Ата-әсәһе уға төрлө әйбер бирә, ә ул ни икәнен әйтә.
– Ҡәләм.
– Дөрөҫ.
– Туп.
– Дөрөҫ.
– Машина.
– Дөрөҫ.
Атаһы улына һыңар нәски тотторҙо. Малай оҙаҡ ҡына уйланғас:
– Нәски, – тине. Еҫкәп ҡарағас, өҫтәп ҡуйҙы:
– Атайымдыҡы.
И. ҒИЗЗӘТОВ.