Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
18 Сентябрь 2023, 11:55

АШ КӨҪӘҮ

Эштән ҡайттым, ишекте астым, ә унда... Иң беренсе булып күҙгә ташланғаны – тәртипһеҙлек. Өҫтәүенә, ҡот осҡос тәртипһеҙлек, күреү менән өйгә төшкәндәр тигән уй килә башҡа!

АШ КӨҪӘҮ
АШ КӨҪӘҮ

Ауырлы ҡатындарҙың аш көҫәүе һәммәбеҙгә билдәле. Ҡыш ете төн уртаһында баҙарға ҡарбуз эҙләргә сығарып ебәреү йәки, бер кило зефир ашағас, селедка ҡабып ҡуйыу, шпал еҫкәү... Былары пролог урынына. Ә хәҙер ҡисса.
Эштән ҡайттым, ишекте астым, ә унда... Иң беренсе булып күҙгә ташланғаны – тәртипһеҙлек. Өҫтәүенә, ҡот осҡос тәртипһеҙлек, күреү менән өйгә төшкәндәр тигән уй килә башҡа! Кладовкалағы әйберҙәр коридорға ырғытылған. Ишек өҫтөндәге һәндерәлә ултырған банкалар, шунда уҡ ятҡан ҡоралдар – барыһы ла иҙәндә. Уларын күргәс, мейене икенсе уй телеп үтә – тентеү! Кем һатҡан? Эләккәнмен! Һәндерәлә үҙ ваҡытында әрмелә хеҙмәт иткәндә сәлдергән ҡул гранатаһын һәм ике тиҫтәләп патронды йәшереп тота инем...
Тын алырға ла ҡурҡып баҫып торам. Ҡолағыма кухнялағы ғәҙәттәге ығы-зығы салынғас ҡына һушыма килдем, ҡатынымды саҡырҙым. Кухнянан... Гитлер сыҡты. Ул, әлбиттә, ҡатыным ине. Ләкин...
Артабан һүҙҙе ҡатыным дауам итә:
– Бала саҡта хәтергә һеңеп ҡалған сепрәк изолента еҫе иҫемә төштө. Шуны еҫкәгем килә бит, үлтереп инде бына. Ирем эштә, өйөбөҙҙә бармы-юҡмы икәнен кемдән һорайһың... Үҙем эҙләргә булдым. Үтек ватылғас, иремдең һәндерәнән ҡорал алғаны иҫкә төштө, теге изолента ла, моғайын, барҙыр әле шунда, тип уйланым да һәндерәнең аҫтын-өҫкә килтерҙем. Ныу тапманым. Кладовканы ҡутара башланым, уныһы тулы әйбер. Бер ыңғай йыйыштырып та алайым әле, тип, барыһын да коридорға “матурлап” теҙеп һалдым. Шулай маташҡанда келт итеп иҫкә төштө: ҡаҙаҡтыр, шөрөптөр, башҡа ваҡ-төйәктер диван аҫтында ята ла инде, изолента ла барҙыр ул. Диванды күтәргәс, эҙләгәнемде таптым!.. Э-эх, нисек аңҡый! Ниндәй хуш еҫ!!! Тик артыҡ ләззәтләнеп ултырыр ваҡыт ҡалмаған, ана-бына ирем эштән ҡайтырға тейеш, ашарға әҙерләргә кәрәк. Изолентаны ҡулдан ысҡындырманым, күкрәк тултырып еҫкәнем дә еҫкәнем, еҫкәнем дә еҫкәнем, тик ҡул буш булмағас, эшләү ҡыйын. Шуға бер киҫәк ҡара изолентаны киҫеп алдым да танау аҫтына йәбештерҙем...
Р. ШАМИЛОВ.

Автор:
Читайте нас: