


❤ Кофе, сәйҙе ике аҙна эсмәй ҡара...Бөтә нәмә ҡыуандырғанын, еңел йоҡлап китеп, еңел уяныуыңды аңларһың. Көсөргәнеш бөтөр, еңеллек һиҙерһең.
❤ Бер аҙна тура кәүҙә менән ултырып, тура кәүҙә менән йөрөп ҡара. Хәтерең яҡшырғанын тойорһоң.
❤ Йоҡлар алдынан 1-2 сәғәт алдан телевизорҙы, компьютерҙы һүндер. Һин үҙеңдең ижади импульсыңды, теләктәреңде аңларһың.
❤ Ике аҙна дауамында телефондан эш буйынса ғына һөйләшеп ҡара. Тәүлегенә 36 сәғәт икәнен белерһең.
❤ Ҡулыңа тәмәке алғың килгәндә алма, әфлисун, банан ал йә һыу эс. Ике аҙна эсендә үҙеңдә көс тойорһоң.
❤ Үҙең яратмаған кешегә уйҙарыңда ҡиммәтле бүләктәр тапшыр. Уның балҡыған йөҙө күҙ алдыңа баҫыр. Шулай итеп уны күрә башларһың.
❤ Һәр саҡ йылмайып ҡара... Бер ай эсендә һәр кешене таныш һәм яҡын итеп тойорһоң.
"Атайсал" гәзитенән.