Шоңҡар
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Сентябрь 2023, 12:52

Улай ныҡ кәрәккәс...

— Уйлап тап! Әйткәнде эшлә! Миңә һөҙөмтәһеҙ килеп йөрөмә! — тип тегене әрләп сығарҙы... Бушҡа аҡса алып ятамы?!

Улай ныҡ кәрәккәс...
Улай ныҡ кәрәккәс...

“Илдә интернеты булмаған ауыл ҡалмаҫҡа тейеш!” — тигән әмер алғас, урынбаҫар үҙенең урынбаҫарын саҡыртып алды.

— Уй! Ундай ауылдар күп! Ҡайһыһынан башларға икән? — тип башын тырнаны урынбаҫарҙың урынбаҫары.

— Уйлап тап! Әйткәнде эшлә! Миңә һөҙөмтәһеҙ килеп йөрөмә! — тип тегене әрләп сығарҙы... Бушҡа аҡса алып ятамы?!

Урынбаҫарҙың урынбаҫары үҙенең аҫтындағыларға әйткәнме, әллә үҙе уйлап тапҡанмы, ни булһа ла, берәр аҙнанан төпкөл ауылдың иң төпкөлөнә бойороҡ килеп төштө. Ауыл хакимиәте эре мисәтле ҡағыҙҙы күргәс, эште оҙаҡҡа һуҙманы, китте өй буйлап ауылдаштарын йыйынға саҡырырға.
—Хөрмәтле ауылдаштар! — тине бөтәһе лә йыйылғас. — Башҡа ыҙаламаясаҡбыҙ! Ниһайәт, беҙгә лә интернет килеп етә!
Ауыл халҡы бер булып геүләп алып китте. Кемдер “Ура” ҡысҡырҙы, кемдер һыҙғырҙы, кемдер алҡышланы, кемдер ҡыуанысынан һикереп ҡуйҙы.
— Йәмәғәт! Йәмәғәт! — тип бүлдереҙе ауыл хакимиәте башлығы. — Тик бының өсөн саҡ ҡына үҙебеҙгә лә көс һалырға кәрәк! Тап беҙҙең ауылға интернет сымы килеп етһен өсөн, тауыш биререгә кәрәк.
— Тауыш бирергә, хәҙер үк клубты асырға әҙермен! — тине клуб мөдире.
— Кәрәкһә, мәктәптә тауыш биреү участкаһы асырға була, — тип дәррәү ҡушылды мәктәп директоры.
— Юҡ! Юҡ! — Ауыл хакимиәте башлығы эш башларға ашҡынып торған халыҡты туҡтатты. — Интернет үтһен өсөн, онлайн тауыш бирергә кәрәк.
— Уныһы нисек? — тип шаулашты халыҡ.
— Һыйпай торған телефонығыҙ бар бит, шуның аша.
— Һуң беҙҙә интернет та, селтәр ҙә юҡ бит!
— Беләм, беләм! Хәҙер күмәкләп телефон тотҡан ергә барабыҙ ҙа, тауыштарҙы йәлләмәй, ауылыбыҙ өсөн бирәбеҙ!
— Мәғәнәһеҙлек түгелме?! Интернетһыҙ кешеләр нисек онлайн тауыш бирһен? — тип аптыраны берәү.
— Нисек-нисек? — Ауыл хакимиәте башлығы сығырынан сыға башланы. — Унда әллә иҫәрҙәр ултыра тиһеңме? Интернет булһын өсөн, интернет кәрәклеген иҫбатларға кәрәк! Буштан тәккә бер кем уны бирмәй!
Хакимиәт башлығы менән башҡа бер кем бәхәсләшеп торманы. Китте ауыл халҡы кемеһе — ағас, кемеһе тау башына. Берәүҙәр кәртәһенә менде, икенселәр йорт ҡыйығына... Интернетһыҙ интернет булмай икән шул! Иң мөһиме, һәр ауылға газ үткәрергә тип әйтеп ҡуймаһындар, юғиһә, уны эҙләп, ер ҡаҙырға тура килер...

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас в