-2 °С
Ҡар
Бар ине заманалар! Әлеге һымаҡ электр сәйнүктәре лә юҡ. Атай-әсәй эштә. Йүгереп кенә һарай башынан күкәй алып төшәбеҙ ҙә йәһәт кенә самауырға төшөрөп ебәрәбеҙ. Ул күкәйҙе әллә йыуабыҙ, әллә юҡ. Һуңынан самауыр эсенән алалмай бер булабыҙ, ҡалаҡтар төшөп бөтә. Унан рәхәтләнеп шул самауырҙан сәй эсәбеҙ. һеҙҙә шулай күкәй бешерә инеләрме? Әйткәндәй, һеҙҙә нимә тиҙәр - күкәйме, йомортҡамы? Беҙҙә бары уҡытыусылар ғына дәрестә "йомортҡа" ти ине.