Шоңҡар
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
2 Октябрь 2023, 13:42

Рәхәт пенсионер булыуҙары...

Эй, рәхәт икән, йәмәғәт, пенсионер булыуҙары. Алай ҡараһаң да, эрәхәт, былай ҡараһаң да эрәхәт. Нисәлә тораһың – шунда иртәнге аш. Элекке һымаҡ күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй сапмайһың. Әүәл бер көн рәхәтләнеп ял итәм тип, бит-йөҙ йыртып, отгул һорап йонсола ине.

Рәхәт пенсионер булыуҙары...
Рәхәт пенсионер булыуҙары...

Эй, рәхәт икән, йәмәғәт, пенсионер булыуҙары. Алай ҡараһаң да, эрәхәт, былай ҡараһаң да эрәхәт. Нисәлә тораһың – шунда иртәнге аш. Элекке һымаҡ күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй сапмайһың. Әүәл бер көн рәхәтләнеп ял итәм тип, бит-йөҙ йыртып, отгул һорап йонсола ине. Хәҙер беҙҙең бессрочный отгул!

Элек ауыҙҙы үлсәп аса инек. Ә хәҙер... Кемде теләйһең , шуны ҡысҡырып әрләп була: хөкүмәтте лә, хужаларҙы ла. Ҡайҙа теләйһең шунда бар ҙа, йәйрәп ултыр ҙа , теләһе кемде әрлә! Эштән ҡыуа тип ҡурҡмайһың, кыуартирҙан сығара тип ҡурҡмайһың, хөрриәт!

Кемде генә алма – кинәнеп йәшәй хаҡлы ялда. Урыҫтар әйтмешләй, үҙе теләгәнсә “аҡылдан яҙа”, аҡса эшләй, үҙ йүнен күрә. Бына күрше Хөббиниса пинсиә йәшендәгеләргә положено тип бушлай һәйбәттән теш протезы эшләтеп алғайны. Хәҙер шуны һораған кешеләргә биреп тороп, аҡса эшләй. Эйе! Бына кемгәлер туйға, юбилейға барырға кәрәк тә, тешһеҙ ауыҙың менән табын йәмен ебәреп ултырыуы һәйбәт түгел бит инде. Хөббинисанан алып торған протез менән рәхәтләнеп ауыҙ йырып көлөп, аралашып, теләгәнеңде ашап ҡайтыу үҙе бер ғүмер, шәй. Хөббинисаға ла иш янына ҡуш. Ай һайын ҡутарып пинсиә ала күршем. Ун мең! Йәне теләгәнсә йәшәй! Ғүмер буйы эшләмәгән Хөббиниса, элек аҡсаны йәмәғәте биргәс, уныһынан бөжләй ине. Хәҙер бабайынан да ҡурҡып тормай. Пыр туҙҙырып тәрбиә эше алып бара. Яңы йыл ваҡытында әрләшеп алғандар ине, һуңынан индийский кинолағы һымаҡ яраштылар. Бабайы 30 декабрҙә һорамай һыуытҡыстағы колбасаны ашаған. Хөббиниса бер ни аңламай ҡарап торған бабайын:

- Уны мин ашарға алған штоли! – тип инәһенән алып зәңгәр шәленә тиклем һүккән.

Шулай, күңелле пенсионер булыуҙары. Пинсиә алғас, күрше-тирәне йыйып, бер ҡунаҡ булып алыуҙары ни тора?! Эрәхәтләнеп элеккеләрҙе иҫләп алаһың. Эй, иҫләйһе нәмәләр күп, барыһын да балаларға ғына һөйләп булмай...

Бер нәмә генә: хәтер яғы ғына насарыраҡ хәҙер. Мәгәзингә барып етеп, алаһы нәмәңде онотоп, ҡайтып китеүе ҡыйын. Шыжлап йөрөп торған таксиға ултырып, бараһы ерең иҫтән сыҡһа, кире ҡайтыуы бәлә. Уңайһыҙ хәлгә лә ҡалаһың әле ул. Әле яңыраҡ Хөббиниса күршем Өфөгә барып ҡайтты балаларына. Шунда универмагта фуражкылы таныш бер бабайҙы күреп ҡалған. “Бына шул тиклем таныш кеүек, тел осонда тора исеме. Юҡ инде, иҫкә төшмәй, ти. Түҙмәй янына барған да:

– Кем әле һин? Бына йөҙөң таныш, иҫемә генә төшөрә алмайым, – тигән.

– Мин Рим Хәсәнов булам, композитор! Ә һин кем булаһың? –тимәһенме теге! Тиҙ генә ғәфү үтендем дә китеп барҙым. “Мин Иҫәнғолдан Хөббиниса тип әйтә алмайым бит инде” ти, бахырҡайым.

Юҡ, шулай ҙа эрәхәт пенсионер булыуҙары! Илдәр генә тыныс булһын да, һаулыҡ ҡына булһын! Ә ҡалғанын этеп-төртөп, ҡыҫып-ҡымтып, тартып-һуҙып, йыйнап-төйнәп еткерәбеҙ ул!

Нурия Ҡунысбаева.

Автор:
Читайте нас в