Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Октябрь 2023, 21:45

Уғры мәсеткә төшкән

Ул махсус йәшниктән 25 мең һум хәйер аҡсаһын урлай.

Уғры мәсеткә төшкән
Уғры мәсеткә төшкән

 

БР буйынса эске эштәр министрлығы айырата имәнес енәйәт тураһында хәбәр итте -  8 октябрь көнө Учалыла бер ауыл мәсетенең биген емереп инеп, махсус йәшниктән 25 мең һум хәйер аҡсаһын урлайҙар.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бурлыҡта шикләнгән бәндәне тотто – 62 йәштә, теүәл генә йәшәгән адресы юҡ, быға тиклем дә тап ғибәҙәтхана талаған өсөн хөкөм ителгән икән. Ҡарт ҡарға тиҙәк суҡыуын ташламаҫ! Ҡулға алынғанда бар аҡса кире тартып алынған.

РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (биналарға законһыҙ инеп башҡарылған уғрылыҡ)  енәйәт эше ҡуҙғатылған. Иң йомшаҡ яза – 200 мең һумға тиклем штраф, максималь яза -5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү. Аңлашыла, әллә ни ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырылмаҫтыр, әммә ғонаһ шомлолоғо үҙе генә ни тора! Һуңғы сираттағы хөкөмдә адвокаттар ҙа ярҙам итә алмаҫ, амнистия ла ҡаралмаған. Тамаҡ-тамуҡ, тигәндәре был осраҡта букваль мәғәнәгә эйә буғай.

нә. Суд ҡарары менән тәфтиш барғанда уҡ ҡулға алынды.

Фото: Эске эштәр министрлығы сайтынан.

Автор:Ильфат Янбаев

Автор:
Читайте нас: