Шоңҡар
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
25 Октябрь 2023, 15:26

«Сыңғыҙ амазонкалары» мажаралары

Ике һыбайлы милиционер килеп сыҡты ла, беҙгә бәйләнә башланы: "Кемдең мотоциклы? Нишләп муйылды һындыраһығыҙ",-- тиҙәр былар.

«Сыңғыҙ амазонкалары» мажаралары
«Сыңғыҙ амазонкалары» мажаралары
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында бер осор һауынсылар мотоциклды "ауыҙлыҡларға" өйрәнеп алды ла, йәйләүгә "Минск", "Восход" менән бара инеләр. Уларҙы "амазонкалар" тип тә йөрөттөләр. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, хеҙмәттә дан ҡаҙанған, 1977 йылда "Социалистик ярыш еңеүсеһе" исемен алған, "10-сы биш йыллыҡ ударнигы" билдәһенә өлгәшкән, 1-се һәм 2-се дәрәжә Әсәлек миҙалына эйә булған Зәйтүнә Далха ҡыҙы Сирбаеваның һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Үҙенә күрә ҡыҙыҡ та, һоҡланғыс та тарих ул.
 
Сирбаева Зәйтүнә хәтирәләре:
 
Мине мотоциклда йөрөргә Әнисә һеңлем өйрәтте. Уларҙың «Минск» мотоциклы бар ине. Хизбулла кейәү эштә булғанда, Әнисә мотоцикл менән мине килеп ала ла, күрәнгә сығып өйрәнәм. Әнисә артта ултырып килә лә, ырғып төшә лә ҡала. Ә мин мотоциклды туҡтатам тип тормозға баҫмайым, ә атта китеп барған һымаҡ, рулде тартам (йүгәнде тартҡан кеүек). Үҙем тороп ҡалам, мотоцикл аяҡ араһынан сығып китә лә барып ҡолай. Әнисә: «Рулде ҡыйшайтып бөттөң, тәгәрмәсте восьмерка итеп бөттөң»,--тип мине әрләй торғайны.
Өйрәнеп алғас, үҙем «Минск» алырға булдым, магазинға барып яҙҙырҙым. Ул ваҡытта «Минск» мотоциклы 330 һум ине (һауынсының 2-3 айлыҡ эш хаҡы). Мотоцикл килгәс, ауылдашым Йәҙгәр ҡороп бирҙе.
Тәүҙә йөрөй башлағанда «юлға һыймай» йөрөй торғайным. Бер эштән ҡайтып килһәм, юлда ҡаршыға Азамат ауылдашым бесән тейәгән ҙур арбалы тракторы менән осраны. Әллә ҡайҙан уҡ «юлдан сыҡ» тип ҡулымды болғап барам. Азамат трактор менән юл ситенә сығып туҡтаны ла кәзә матайы менән барған мине үткәреп ебәрҙе.
Беҙ, һауынсылар Ҡотлоғужина Әнисә, Ҡотлоғужина Хәсибә, Ҡотлоғужина Мөнирә, Мәхмүтова Мәрзиә, Әбдрәшитова Рәзиә, Буранбаева Зәйтүнә, Рәжәпова Ишһылыу, Туйсина Зөлфиә, Буранғолова Рима һәм мин, йәмғеһе ун мотоцикллы ҡатын йәйләүгә йөрөй торғайныҡ. Бензинды колхоз заправкаһында ирҙәр заправить итеп бирәләр, май ҡоялар. Тәү осор ирҙәр мәрәкәләп, бакҡа майҙы күп ҡоя ине (1 литр), шунан китәбеҙ күп-күк төтөн сығарып. «Минск» мотоциклына бер бак бензинға 300 грамм ғына май кәрәк икән. Тәүҙә белмәгәндә йөрөнөк инде шулай төтәп. Аҙаҡ өйрәнеп киттек.
Ул осорҙа Уразбаев Фәрит һауында моторист булып эшләй ине, һауынсылар һыйыр һауған арала ун мотоциклды ла ҡарап, йүнәтер ерен йүнәтеп ҡуя торғайны.
Йәйләү юлына таш түшәлмәгән бит инде, ямғырға эләкһәк, йә барып етә алмай, йә ҡайтып етә алмай, мотоциклдарҙы юл ситендәге бағанаға терәп китәбеҙ ҙә, мал ҡараусылар йыйып ала торғайны.
Бер Мәхмүтова Мәрзиә менән Таулыҡайҙан ҡайтып килгәндә, беребеҙҙең мотоциклы үҙәктәге ҡойола батты. Оҙаҡ уйлап тормай, уны икенсе мотоциклыбыҙға тағып һөйрәтеп сығармаҡ булдыҡ, ә арҡан юҡ. Шунан колготкаларҙы сисеп, шулар менән тағып һөйрәтәбеҙ. Колготка өҙөлә лә ҡуя, өҙөлә лә ҡуя. Шулай итеп колготкаларҙы өҙөп бөткәс, мотоциклды саҡ-саҡ ҡул менән һөйрәп сығарып ҡайтып киттек.
Милиция баҫтырған саҡтар ҙа булды. Беҙҙең каска юҡ, номер юҡ, права ла юҡ. Әйтеп ҡарайбыҙ: «Уҡытырға бында килегеҙ, беҙҙең бит улайтып йөрөп уҡырға ваҡытыбыҙ юҡ, һауынға көнөнә өс тапҡыр йөрөйбөҙ бит»,--тип. Ризалашмайҙар. Милиция «Ява» мотоциклдарында, ә беҙҙеке -- «Минск», йә «Восход». Улар беҙҙе баҫтырабыҙ тип, ҡолап ятып ҡала торғайны, ә беҙ ҡасабыҙ, сөнки «Ява» менән ҡойола йөрөп булмай.
Бер мәлде Төпөш аҫтына Әнисә менән уның «Минск» мотоциклында муйыл йыйырға барҙыҡ. Ике һыбайлы милиционер килеп сыҡты ла, беҙгә бәйләнә башланы: "Кемдең мотоциклы? Нишләп муйылды һындыраһығыҙ",-- тиҙәр былар. Төпөш аҫты тигәнебеҙ шулайыраҡ: бер яҡтан текә тау, унда һыбай ҙа, техника менән дә менеп булмай, йәйәү генә мөмкин.
Әнисә: «Бар өҫкә мен, хәҙер ултыртып алам»,--тине ипләп кенә. Мин тауға менеп киттем йәйәүләп. Өҫкә менеп етеү менән, мотоциклын "заводить" итеп алды ла ҡасты тегеләрҙән, юлда мине ултыртып алды, тота алманылар.
Мотоциклда йөрөп, оҫтарып алғас, мин дә кеше ултырта башланым.
Бер ваҡыт бесәндән һауынға өлгөрәм тип ҡайтып барам, юлда ауылдашым Мирсәйет осраны, «йәйләүгә тиклем булһа ла ултырайым» тип ултырҙы. Ашыҡҡанға күрә, шәп барам. Йәйләүгә килеп еткәс, Мирсәйет ағай мотоциклдан төшөп ергә ултырҙы ла: «Зәйтүнә, мин һиңә башҡа ултырмайым»,--тине. Бүтән ултырманы ла.
Үҙем йөрөй белгәс, ирем Фирғәткә ултырып йөрөгәндә, соҡор булһа, рулдә ултырған һымаҡ күреп, ҡосаҡлап ултырған ерҙән Фирғәтте бора ла ҡуя торғайным. Аҙаҡ мин уға түгел, ул миңә ултырып йөрөнө.
«Минск» мотоциклы иҫкерә башлағас Баймаҡтан «Восход» алдыҡ. Хаҡы 620 һум ине. Шунан һуң ауыл халҡы аҡса йыйып, колхоздан машина һорап, Өфөнән егерме «Восход» мотоциклы алып ҡайтты. Ул мотоциклдарҙы баш ҡаланан ирем Фирғәт менән ауылдашыбыҙ Үтәғолов Дамир «Камаз» машинаһы менән барып алды.
Мотоциклдарҙы алып ҡайтып, таратып биргәндән һуң, эштән ҡайтыуыма, урам тулы милиция йөрөй ине. «Һеҙ үҙегеҙгә законһыҙ рәүештә мотоцикл алып ҡалғанһығыҙ»,--тип тикшерә башланылар. Мотоциклдарын бүлешеп алғандан һуң, кемдер милицияға ғариза яҙған булып сыҡты. Ялған хәбәрҙе тикшергәндән һуң, бөтәһе лә яҡшы тамамланды.
Ҡыҙыҡ осраҡтар күп булды. Күңелле йәшәнек һәм эшләнек.

Сирбаева Зәйтүнә хәтирәләрен улы Сирбаев Урал яҙып алды.
 
Сығанаҡ: https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2020-07-28/sy-y-amazonkalary-mazharalary-773517
Автор:
Читайте нас в