Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
1 Ноябрь 2023, 15:38

Беҙ үҫкәндәге мәҙәк хәлдәр

Әсәйем үтә ҡаты бәрелмәй торғайны беҙгә, әйтерен йә кинәйәләп, йә мәҡәл менән генә әйтер ине.Был юлы ла: - Аһ, өйҙәге ҡаҙанды ла алып килһәгеҙ ни була? Ҡаҙан ғына ҡалған бит, - тине.

Беҙ үҫкәндәге мәҙәк хәлдәр
Беҙ үҫкәндәге мәҙәк хәлдәр

.

Ҡаҙан буш түгел.

Әсәйем ғүмер буйы һатыусы булып эшләне. Ул ваҡытта беҙҙең Килдеғол ауылы магазины гөрләп эшләп торған магазиндарҙың береһе ине. Беҙ, биш бала, бер-беребеҙҙе ҡарашып, татыу булып үҫтек. Бер ваҡыт, өйҙә толҡа тапмай киткәнбеҙмелер инде, бөтәбеҙ ҙә магазинға йыйылғанбыҙ. Әсәйем үтә ҡаты бәрелмәй торғайны беҙгә, әйтерен йә кинәйәләп, йә мәҡәл менән генә әйтер ине.Был юлы ла:
- Аһ, өйҙәге ҡаҙанды ла алып килһәгеҙ ни була? Ҡаҙан ғына ҡалған бит, - тине.
Беҙ, өлкәнерәктәр, уңайһыҙланып, алай-былай ҡаранған арала Мәймүнә исемле һеңлебеҙ сығып та китте. Беҙ тороп ҡалдыҡ, күрәһең, берәй тәмлекәс тә өмөт иткәнбеҙҙер инде.
Бер ваҡыт Мәймүнә кире килеп инде. Һатып алыусыларҙың алдына барып баҫты ла, әсәйемә шыбырлап ҡына:
-Әсәй, ҡаҙан буш түгел, - тине.
Магазин көлөү тауышынан геү-ү-ү итеп ҡалды, ә беҙ оялыштан сығып шылдыҡ.
Магазинға эйәртенешеп йөрөмәҫкә һабаҡ булды был беҙгә.

Сәтәкәй эҙләйем.

Ауылыбыҙҙы икегә бүлеп бәләкәй генә Һарағы исемле йылға аға. Беҙ шул йылға буйында уйнарға ярата торған инек. Төрлө таштар йыябыҙ, яҙа-һыҙа торғандарын айырабыҙ, ылымыҡлы урындарҙы шаптырлап кисеп, ылымыҡтан таҙартабыҙ, итәк менән селбәрә лә һөҙөп ебәрәбеҙ. Иртәнсәк һыу алыу өсөн ярҙың ҡомло урынына тәрән генә, киң генә соҡор ҡаҙып( әлбиттә, ҡулдар менән генә) ҡоҙоҡ яһайбыҙ, уның төбөнә аҡ таштар һалабыҙ. Эсер һыуҙы беҙ Һарағы йылғаһынан, ә яҙ көндөре тау яғындағы "Мәсет уяһы"тигән үҙәктән ташыныҡ. Шулай бер көн ихлас ҡына һыу кисеп, уйнап йөрөгәндә Сәкинә:
- Сәтәкәйем өҙөлдө, ай-й, сәтәкәйем өҙөлдө, - тип, яу һуғып, һамаҡлап илай башланы. Беҙ Сәкинәне ярға сығарыуға Таңһылыу исемле апай килеп сыҡты һәм:
- Ниңә илашаһығыҙ, -тип һораны, хәлде белгәс, Сәкинәнең аяғын ҡарай башланы.
Мәймүнә шул арала кире һыуға төшөп китте.
- Артыҡ бер ни ҙә юҡ, - тине Таңһылыу апай, - осло ташҡа баҫҡанһың, - һәм һаман һыу эсенән ниҙер эҙләп һәрмәләнеп йөрөүсе Мәймүнәгә, - Мәймүнә, сыҡ һыуҙан, былай ҙа һыуланып бөткәнһең, нимә ҡарайһың унда һаман? – тип ҡысҡырҙы.
Ә Мәймүнәбеҙ:
- Сәкинәнең өҙөлгән сәтәкәйен эҙләйем, табып булмай, - тимәһенме иламһырап.
Таңһылыу апай ихлас көлөп, Мәймүнәне һыуҙан сығарып, беҙҙе өйгә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

 

Зайтуна Аетбаева.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-156185659_5805?access_key=a116d57af462e9e155

Автор:
Читайте нас: