Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
14 Декабрь 2023, 15:02

БӨҘРӘХАНАҒА БАРЫП КИЛДЕМ

Бына инде бер нисә аҙна буйы үҙемдә ниндәйҙер үҙгәреш барлығын тоям. Әммә уның ҡайҙан барлыҡҡа килеүен асыҡлай алмайым. Нимә кейһәм дә, буянһам да – килешмәй бит! Күҙ тейҙергәндәр, тип бөттөм.

БӨҘРӘХАНАҒА БАРЫП КИЛДЕМ
БӨҘРӘХАНАҒА БАРЫП КИЛДЕМ

Көҙгөләге сағылышыма оҙаҡ ҡына ҡарап ултырғандан һуң, хәҙер үк, бер минутты ла әрәм итмәй, бөҙрәханаға барырға кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Бына инде бер нисә аҙна буйы үҙемдә ниндәйҙер үҙгәреш барлығын тоям. Әммә уның ҡайҙан барлыҡҡа килеүен асыҡлай алмайым. Нимә кейһәм дә, буянһам да – килешмәй бит! Күҙ тейҙергәндәр, тип бөттөм.

Бөгөн көҙгөгә ҡарап ултырғас аңлап ҡалдым. Сәсем етеп киткән. Шуға ла үҙемде танымай, оҡшатмайым икән. Бөҙрәханаға барып, сәсемде килешле генә итеп ҡырҡтырһаң, эш кейемендә лә сибәрләнеп китәһең ул! Үҙеңә ҡарата баһаң күккә тиклем күтәрелә!
Үҙгәрештәрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп, өйөм эргәһендәге генә бөҙрәханаға килеп индем. Бер кем юҡ, мине йылмайып ҡаршы алдылар. Парикмахер көҙгө алдына ултыртты ла:
– Насар кейемдә килеп, һәйбәт иткәнһегеҙ. Атыу күптәр кейемемдә сәс тороп ҡалған тип аҙаҡ үпкә белдерә, — тип, өҫтөмдө алъяпҡыс менән ҡапланы.
“Ыста, яратҡан кофтам шулай аламаланып киткәнме?” — тип уйлап, уңайһыҙланып китһәм дә:
– Эйе шул, — тигән булдым. Парикмахер сәсемде тотоп ҡарай башланы.
– Ҡайһылай ойошҡан, — тине ул.
– Ҡабаланып, тарарға онотоп сығып киткәнмен, — тип аҡландым.
– Тарарҙан алда йыуырға кәрәк. Ниндәй шампунь менән ҡулланаһығыҙ?
– Ниндәй тип, шул магазинда ниндәйе һатыла инде...
– М-м-м, — тине ҡәнәғәтһеҙ генә итеп парикмахерым. — Масмаркет. Унда йүнлеһе һатылмай. Беҙҙән профессиональ шампунь алырһығыҙ.
– Ярай, — тинем.
– Сәсегеҙгә дымлылыҡ етмәй. Һалам һымаҡ кипкән. Һыу һорап тора, — тине парикмахер, башымды йыуып. — Битлектәр эшләргә кәрәк.
– Ул да һеҙҙә һатыламы?
– Әлбиттә!.. Үҙегеҙ буянығыҙмы?
– Эйе, бер төҫкә генә буяйым, парикмахерға барыуҙы кәрәк тип тапманым...
– Сал сәстәрегеҙҙе йәшерергә теләнегеҙме? — тине ул ҡапыл. Сал сәстәрем бар икәнен тәүгә ишетеп, бер икәүһе шунда уҡ ағарҙы, шикелле. Парикмахер миңә иғтибар итмәй генә дауам итте:
– Үҙегеҙ буяғанһығыҙ. Насар. Төҫтәр ҡушылып, сәстәрегеҙ йәшкелткә әйләнгән. Килеп, буятығыҙ.
– М-м-м, — тинем мин, белгес минән күберәк белә бит инде. — Һәр ваҡыт һары сәсле булғым килде. Һеҙ буяйһығыҙмы?
– Блондинка булыу һеҙгә килешмәй, — тине ул миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас. — Көйә һымаҡ буласаҡһығыҙ. Нисек киҫәбеҙ?
– Миңә остарын ғына тигеҙләтергә кәрәк, — тип ҡыйыуһыҙ ғына теләгемде әйттем.
– Өкәйегеҙҙе, русса әйткәндә – чёлкағыҙҙы, ҡырҡыу мотлаҡ. Маңлайығыҙ ныҡ киң, — тип парикмахер күҙ ҙә йоммай ҡайсы осо менән киҫеп тә ташланы. Аҙаҡ миңә ҡәнәғәт йылмайҙы:
– Бөттөм. Һеҙҙән – 1500 һум сәс ҡырҡҡанға, 500 тәңкә – консультация өсөн, 3000 — профессиональ шампунь-битлектәр иҫәбенә.
Бына хәҙер тағы көҙгө алдында ултырам. Сал, йәшкелт, һалам һымаҡ ҡоро сәстәремә ҡарап... Бөҙрәханаға барып килдем... Матур булыу өсөн...

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: