Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
20 Декабрь 2023, 10:55

Көнбағышлы ғүмер

– Ыста, ул ошондай ҡатынды алдымы? Һыу һөлөгөләй ир... Ул бит теләһә кемде үҙенә ҡарата ала ине! Ниңә бындайын алды икән?

Көнбағышлы ғүмер
Көнбағышлы ғүмер

– Миңә һәр ваҡыттағыса, — тине тулы кәүҙәле ҡатын. Һатыусы шунда уҡ бер кило көнбағыш бирҙе. Ҡатын әҙерләп ҡуйған аҡсаһын тоттороп, һаубуллашып, сығып китте. Быны күҙәтеп торған Әмилә һатыусыға аптыраулы ҡараш ташланы: – Кем булды ул?

– Танымайһыңмы әллә? Кәримә лә йе. Ә-ә, ул килен булып төшкәндә, һин ҡалаға күскән инең бит әле. Ғәленең ҡатыны.
– Ыста, ул ошондай ҡатынды алдымы? Һыу һөлөгөләй ир... Ул бит теләһә кемде үҙенә ҡарата ала ине! Ниңә бындайын алды икән?
– Алды шул! Тыштан тыныс ҡына булһа ла, Кәримәнең эсендә ут яналыр ул! Ғәленең ҡанын һура ғына. Бахыр ирҙең бер ял иткәнен күргәнем юҡ. Йә көтөү көтә, йә баҡсала эшләй, йә урмандан ҡайтып инә белмәй... Эш аты урынына егә! Хатта һыйырын һауҙырта!
– Китсе, ир эшеме ул һыйыр һауыу?! Шул тиклем дә ялҡау ҡатын була икән!
– Була! Үҙе симешкә сиртеп тик ята өйҙә! Аҙна һайын килә лә көнбағыш ала... Нисек тештәре ҡойолоп бөтмәгән икән?
– Ысты-ыста, китсе-китсе...
– Ғәле бит шул тиклем эшлекле! Донъяһы ялтлап тора! Ҡатындан ғына уңманы... Кәримәһе берҙе екереп ҡысҡырып ебәрһә, тәҙрәләре ҡалтыранып китә... Көн юҡ Ғәлегә!
Шулай Әмилә магазиндан ауыл яңылыҡтарын белешеп сыҡты. Ун йыл тирәһе булманы бит бында. Хәҙер ҡаланан кире ҡайтҡас, һуңғы ваҡытта нимәләр барғанын белергә кәрәк. Артабан бында йәшәйем тиһә, кешеләрҙе лә, уларҙың тормошон да алдан белеү хәйерле. Тик бына Ғәлене башынан алып ташлай алманы ла ҡуйҙы. “Эх, миңә шундай ир булһа ине лә ул! — тип уйланы ул. — Емереп донъя көтөр инем. Уңманым бит ирҙәрҙән, уңманым! Ниңә башҡаларға шундайҙар эләгә лә, миңә осрамай ул?! Туҡта! Мин ул бисәнән нимәм менән кәм! Ир кәрәккәс, барырға ла алырға кәрәк!” Шулай Әмиләнең алтын аҡылы план тыуҙырҙы: Ғәлене үҙенә ҡаратасаҡ!
Әмилә оҙаҡ уйламай планын тормошҡа ашыра башланы. Хәҙер Ғәленең артынан ҡалмай. Ул урманға барһа, Әмилә килеп сыға, көтөүгә китһә, яланда көтөп тора, урамда үтеп барһа ҡаршыһына пәйҙә була... Матур һүҙҙәр әйтеп, мөлдөрәп ҡарап ҡына торҙо Ғәлегә. Ул да юҡ тимәй, Әмиләгә хәбәрен һөйләй, хәлен белешә, көлдөрә... Бесәй һымаҡ Ғәле эргәһендә урала торғас, ир ҙә уға эҫенеп китте. Ә бер көндө ҡатынын бөтөнләй ҡалдырып, һөйәркәһенә күсенде.
Әмиләнең тантана итеүе! Ниндәй ирҙе тотоп алды! Тик элекке ҡатынан ғына әҙерәк шөрләне. Өйөнә килеп инеп, ғауға ҡуптарһа, нимә эшләр инде?.. Бер аҙна үтте, икенсеһе тамамланды, өсөнсөһө китте... Кәримә бөтөнләй күренмәне. Башта Әмилә: “Тимәк, яратмаған”, — тип уйлап, ирле ғүмергә ҡыуанып йөрөнө. Әммә бәхете оҙаҡ һуҙылманы. Бер көн илай-илай Кәримәгә үҙе килеп инде:
– Ғәфү ит инде, зинһар, алдан белһәм... Белгән генә булһам... — тине ул күҙ йәштәре менән. — Ал кире Ғәлеңде! Кәрәкмәй!
– Ниңә улай? — тине Кәримә, йылмайып.
– Бу-бу-бу-бу... Ауыҙы ябылмай! Хәбәр һөйләп тик йөрөй! Иртән таңдан башлай ҙа ҡара төнгә тиклем гәп һата! Бер минутҡа ғына тынһасы, исмаһам! Мин уның менән сиңерткә нисек йырлағанын онота башланым! Етте! Кәрәкмәй! Тынлыҡта йәшәгем килә!
– Миңә лә тынлыҡ оҡшай, — тип Кәримә инде мыҫҡыллы көлдө.
– Нимә эшләргә? Нисек кенә ауыҙын яптырырға? Миңә ауыҙ асырға ла хут бирмәй. Әйтһәм дә ишетмәй! Нисек һин түҙҙең?
– Ҡысҡырып ҡараныңмы?
– Ишетмәй! Уның ҡолағын барып етерлек тауыш юҡ миндә!
– Малың бармы?
– Юҡ.
– Баҡсаң?
– Юҡ, ҡайҙан?!
– Улайһа, мә, — тине ҡатын, бер шыптыр көнбағыш сығарып.
– Миңә нимәгә ул?! Нисек ауыҙын яптырайым, тием бит! Һин миңә симешкә бирәһең! Ярҙам итерһең тип килгән булам...
– Һиңә түгел! Ғәлегә был. Ошоно ҡурып, тотторһаң, ауыҙы аҙға ғына булһа ла ябыла. Ҡыш көнө бигерәк тә кәрәк була..
Әмилә ҡайтып симешкә ҡурғанында магазиндағы тәүге осрашыуҙы иҫенә төшөрҙө. Бына нимәгә Кәримә симешкә алған! Бына нимәгә Ғәле тышта эшләп тик йөрөгән... Кеше һүҙенә ышанып, матурлыҡҡа алданды! Аҡылы һуң килде шул...

А. СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: