Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
27 Декабрь 2023, 14:55

Диетаға ултырам!

— Аллааа, Сафураҡайым, йөрәккәйем, ниҙәр булып китте, йән киҫәгем?!

Диетаға ултырам!
Диетаға ултырам!

 

— Псё, мин диетаға ултырам! — Сафураның ҡапыл кәсәһен шаҡылдатаһынан өҫтәлгә ҡуйыуынан Хәмит терт итеп ҡалды.

— Аллааа, кеше ҡурҡытмай ғына ултырһаң булмаймы диетаңа? — тип һуҡранды, йомаһы алышынған ҡарсығына ҡарап.

— Кисә, Мәстүрә йәнемде көйҙөрөп, бәпәй алырға йөрөйөгөҙ икән, ҡасан сругың тип ултыра!

Сафура шарт та шорт өҫтәлдән ризыҡтарын йыя башланы.

— Һәй, әбекәй, мине лә ултыртмаҡ итәңме әллә диетаңа, минең ней ҡыҫылышым һеҙҙең спорға, - тип Хәмит бәлеш тәрилкәһенә йәбеште.

— Ана, һинеке лә туғыҙынсы айға китеп бара ҡорһағың, мишәйт итмәҫ, - тип Сафура бабайынан тәрилкәһен тартып алып һыуытҡысҡа тыҡты ла, дөпөлдәтә баҫып залға сығып китте. Хәмит ҡарсығының ҡапыл ғына башына килгән ҡыҙыҡ-мыҙыҡ уйҙарынан шулай уҡ ҡапыл ғына кире ҡайта торған холҡон белгәнлектән башын сайҡап йылмайып ҡуйҙы ла гәзитенә сумды.

— Әбекәй, әллә мәйтәм сәйләп алайыҡмы?

Хәмит залға сығып барған ерҙән иҙән уртаһында һуҙылып ятҡан Сафураһын күреп шаҡ ҡатты.

— Аллааа, Сафураҡайым, йөрәккәйем, ниҙәр булып китте, йән киҫәгем?!

— Бәлеееш, физәрәтке эшләйем тигәнсе йоҡлап киткәнменсе, әттәгенәһе. Йә инде, энә йотҡан Мәстүрәнең хәбәрен тыңлап, бабайымды ҡурҡытып, асҡа ҡаҡламаҡ булған мин хыялый, киттек әйҙә сәй эсергә, төкөрөп бирәйем диетаһына)))

Хәмит, еңел һулап, шыбыр тиргә батҡан маңлайын әбейенең яулығына һөртә-һөртә аш-һыу бүлмәһенә тәнтерәкләне.

Гүзәл Мырҙаева

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: