Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
29 Февраль , 08:55

"Олимпия миҙалдарын һатам"

Ҡайһы берәүҙәр миҙал, орден тип үлеп бара. Һеҙ миҙал һатып алыр инегеҙме? 

"Олимпия миҙалдарын һатам"
"Олимпия миҙалдарын һатам"

 

Йөҙөү буйынса күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы булған Оксана Савченко олимпиада миҙалдарын һата.

– Мин ҡасандыр халыҡ-ара ярыштарҙа юғары урындар яулап, Рәсәй  байрағын күтәреп, гимнды тыңлап рухланған инем. Донъя сәйәсәте арҡаһында Рәсәй спортсылары халыҡ-ара ҙур  ярыштарҙа ҡатнаша алмай. Хәҙер спорт минең өсөн артта ҡалды. Бары тик үткән еңеүҙәремде иҫкә төшереп миҙалдарым ғына  һаҡлана. Мин был шарттарҙа тик кенә ултыра алмайым, шуға уларҙы һатып, махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәр файҙаһына ҡулланырға булдым, – ти паралимпия чемпионы Оксана Савченко.

Халыҡ-ара шәхси аукционға ул ике миҙалын ҡуйған. Береһе – 2008 йылда Пекинда алған алтын миҙал. Уның диаметры – 70 мм, көмөштән ҡойолған, 6 грамм алтын менән ҡапланған. Икенсе алтын миҙалы 2012 йылда Лондонда алынған. Ул уларҙың һәр береһе өсөн 60 миллион һум һорай. Был шаҡтай юғары баһа.

Паралимпия чемпионы  миҙалы менән ҡыҙыҡһыныусылар бар.  Улар: Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай һәм Төркиәнән. Оксана ошо юл менән Рәсәй спортсыларының патриотизмын да күрһәтергә теләүен әйткән.

Фото Оксана Савченконың шәхси архивынан.

Автор:
Читайте нас: