Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
26 Апрель , 12:53

ҠОТҠАРЫУСЫ

Бына бер заман поездағы күршеләрем, йәш пар, пыр туҙышып ирешеп алып китмәһенме!

ҠОТҠАРЫУСЫ
ҠОТҠАРЫУСЫ

Бына бер заман поездағы күршеләрем, йәш пар, пыр туҙышып ирешеп алып китмәһенме!

– Һин мине яратмайһың! — тип ҡысҡырҙы йәш кәләш.

– Яратмағас, ниңә һинең менән йәшәй, тиһең? — тип үпкәләне ир.

– Мин һинең өсөн — өй рәтләүсе, бала ҡараусы, тамаҡ бешереүсе генә! — тине ҡатыны, ҡуймай.

– Ә мин һинең өсөн аҡса янсығы ғына! — тип ир ҙә ярһыны.
– Улай булғас... Айырылышайыҡ!?.
– Айырылышайыҡ!..
– Бала минең менән ҡала, ишеттеңме?! — тип күҙ йәштәрен тәгәрәтте ҡатын.
– Теләһә нәмә эшлә! — тип ҡул һелтәне ир.
Икеһе ике мөйөшкә ҡарап турһайышты былар. Ҡатын кеше танауын мыршылдатты, ир генәһе үгеҙҙәй ауыр итеп тын алды.
Әгәр миңә әхирәтем шылтыратмаһа, күпме ултырырҙар ине икән шулай, билдәһеҙ. Уның хәлдәрен белешкәс, үҙемдекен һөйләмәй, булдыра аманым.
– Әй, бара инде. Бына күршегә бер йәш пар эләкте. Ирешәләр генә! Айырылышып бөттөләр, — тип теҙҙем.
Ҡатын илауҙан туҡтаны. Ир һағайҙы. Икеһе лә мине тыңлай хәҙер.
– Айырылышыу пустәк эш түгел инде, – тигән булам, – шулай ҙа, ҡайҙа бараһың? Хәҙер ҡайтып етеп, ғариза яҙһалар, ике-өс айҙан айырып та ҡуялар. Бына шулай, биш минут эсендә бер ирекле ир булды. Мин сиратта беренсе торам. Эргәлә берәү ҙә ҡамасауламай. Күрмәлекле генә былай... Юҡ, өйҙәре бармы икәнен белмәйем... Эйе, бер балалары бар. Ярай, уныһы инде, эш хаҡының аҙ ғына өлөшө алиментҡа китә бит. Бик булмаһа, конвертта ғына биргән урынға урынлаштырырмын. Эйе, шул тиклем оҡшаны шул, — тип иргә ҡарап, күҙ ҡыҫам. Ул да миңә йылмайған була.
Шул саҡ ҡатыны миңә уҫал итеп тексәйҙе лә, хәләленең эргәһенә күсеп ултырҙы. Бер-ике минуттан һөйләшеп тә киттеләр. Юл дауамында ҡатын иренән күҙен алманы. Миңә лә ваҡыты-ваҡыты менән яман ҡараш ташларға онотманы. Ни булһа ла, поездан етәкләшеп төштөләр. Бына шулай, бер шылтыратыу ярҙамында, бер ғаиләне ҡотҡарҙым мин!

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: