Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
11 Май , 18:40

Башҡорт актерының улы башҡортса белмәй

Өләсәһе хатта  институтта эшләй. Башҡорт телен өйрәтеү  буйынса китаптар яҙа. 

Башҡорт актерының улы башҡортса белмәй
Башҡорт актерының улы башҡортса белмәй

Оҙон ялда ҡалала нимә эшләп ятаһың инде! Был юлы Өфөләге мәктәптәрҙең береһендә уҡытыусы булып эшләгән Ләйсән  исемле һылыу ҙа минең машинаға ултырып ҡайтырға булды. Юл буйы һөйләшеп килә торғас, ул:

   - Ағай, минең класта уҡыған фәлән актерҙың улы бөтөнләй башҡортса белмәй, - тимәһенме.  - Эргәһендә ултырған үзбәк малайы емереп-ватып булһа ла башҡортса яуап ҡайтара. Ә был малай  балыҡ кеүек   шып-шым. Атаһы абруйлы драмтеатрҙа уйнай. Һүҙ юҡ, шәп уйнай. Ошонан һуң мин ул артисты буш мискә кеүек күрә башланым. Үҙенең балаһына әсә телен өйрәтергә лә ҡулынан килмәгән был артистҡа хөрмәтем бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

 - Бәлки, малайҙың әсәһе башҡорт түгелдер? - тип һорайым Ләйсәндән. 

- Башҡорт. Өләсәһе хатта  институтта эшләй. Башҡорт телен өйрәтеү буйынса китаптар яҙа. 

Бына шундай ғәжәп хәлдәр була шул. Эше, хеҙмәте башҡорт теле менән бәйле билдәле шәхестәрҙең балалары үҙ телен белмәһен әле! Оят бит! Һеҙгә шундайҙар осрағаны бармы? Яҙығыҙ. 

 

 

Фото: timeforcook.ru

Автор:
Читайте нас: