– Яҡшы, – тине хужа. – Йә, һөйләп китегеҙ: нимә оҡшамай? Нимәне төҙәтергә кәрәк? – тине ул, бүлмәгә күҙ йүгертеп.
Халыҡ шымып ҡалды. Нимә тиергә? Хужа кешегә ошаҡлашып, зарланып өйрәнмәгән улар.
– Йә-йә, тыңлайым. Эш шарттары оҡшаймы һеҙгә? – тине хужа, баҙнатһыҙҙарҙы дәртләндереп.
– Ҡыш көнө бер аҙ һалҡыныраҡ, – тине бер тауыш ҡыйыуһыҙ ғына итеп.
– Бер аҙ һалҡыныраҡ, – тине мыҫҡыллы тыуыш менән икенсе. Был мәңге ҡәнәғәт булмаған хеҙмәткәр ине. – Тәҙрәнән үтәнән-үтә өрөп тора. Ҡулдар өшөп бөтә, эшләрлек түгел!
– Аңлашылды, – хужа блокнотына яҙып алды. – Тағы нимә?
Етәксенең яҙып тороп алғанын күреп, хеҙмәткәрҙәр бер аҙ ҡыйыулана төштө. Башҡа берәү булһа, баш һелкеп кенә сығып китер ине. Ә был яҙып алды! Тимәк, зарланыуҙан файҙа буласаҡ!
– Лампаларҙы алмаштырырға ине. Һап-һары булып яналар, уҡығанда, яҙғанда күҙ ауырта, – тине бүлек начальнигы. Ул әйткәс, башҡалар ҙа түҙмәне, аһ-зарҙарын теҙҙе генә:
– Парковка кәрәк, иртән килһәң, мәңге урын булмай...
– Ултырған креслоларҙы алмаштырырға ине. Емерелеп бара...
– Компьютерҙар бигерәк яй эшләй. Уны көтөп, ярты көн үтә...
– Интернет та шәптән түгел...
Хужа кеше барыһын иғтибар менән тыңлап, кәрәк урында уфтанып, баш һелкеп, ҡағыҙына теркәп, яҙып барҙы. Ул сығып киткәс, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Бына бит, йүнле кеше лә етәксе була ала! Ҡайһылай шәп! Афарин! Уңыштар уға!..
Был ваҡытта хужа үҙенең яңы бүлмәһендә ярҙамсыһы менән һөйләшә ине.
– Тәк, – тине ул блокнотын сығарып. – Тәҙрәләрҙе “евро” итеп эшләгеҙ. Шунан лампаларҙы алмаштырығыҙ: ап-аҡ яҡты нур һипһен. Яңы компьютер, кресло алығыҙ. Интернетты айырым каналдан үткәрегеҙ.
– Әһә, ярай! – тине ярҙамсы. – Аңлашылды. Бүлмәгеҙҙә тағы ла нимәнелер үҙгәртергә кәрәкме, әллә ошолар ғынамы?
– Әлегә шул. Ә, тағы парковкала урын табып булмай тинеләр, миңә айырым урын билдәләп ҡуйығыҙ, берәүҙе лә унда үткәрмәгеҙ!
– Ярай, хәҙер үк эшләп ҡуйырмын...
Хеҙмәткәрҙәр яңы шарттарға тағы оҙаҡ ҡына өмөт итте. Әммә, әлеге лә баяғы – хужа яңы ла ул, ҡайғылар шул уҡ иҫке...
А. СӘЛӘХОВА.