-3 °С
Болотло
Американың Небраска штатының Линкольн ҡалаһындағы ерләү бюроһында үлгән тип һаналған оло йәштәге ҡатындың тере икәнлеген белеп ҡалалар.74 йәшлек Констанс Гланц исемле ҡатын хосписта йәшәй. Учреждение хеҙмәткәрҙәре уның үлгән тип уйлай һәм кәүҙәһен ерләү бюроһына ебәрә. Мәйетте ерләүгә әҙерләгән бюро хеҙмәткәре ҡатындың тын алыуын күреп ҡала һәм шунда уҡ 911-гә шылтырата. Әбейгә яһалма һулыш алдырғас, уны дауаханаға оҙаталар.
Фото: © Global Look Press/Waltraud Grubitzsch/