– Иң тәүгеләрҙән булып һүҙ биргәнеңә лә рәхмәт. Ололарҙы хөрмәт итергә кәрәк. Бер юлы ҡоҙалар туйға саҡырҙы. Араларында иң өлкәне – мин. Миңә һүҙҙе етенсе генә итеп бирҙеләр! Ғәрлегемдән бер ни әйтмәй сығып киттем. Минең кеүек тәрбиә алмағандар шул, олоно оло итә белмәйҙәр.
Ошолай туғандарҙы ла йыйып торорға кәрәк, – тип дауам итте ул, – күршем бар, өйөнә бер тере йән ингәнен күргәнем юҡ! Яңғыҙы һарайҙай өйөндә кеше ситләтеп ултыра шунда. Инеп сыҡҡайным, сәй ҙә эсермәне! Мин ингән әҙәмде түргә ултыртам, ҡоро сәй булһа ла тәҡдим итәм.
Өҫтәлең шәп, һеңлем. Үткән йәй апайымдың юбилейында булдым. Ашарлыҡ ризығы ла юҡ! Һаран иргә сыҡһаң шулай була. Үҙе лә йомарттарҙан түгел инде былай. Уларға барыр булһам, гел өйҙә тамаҡты туйҙырып сығам. Уларҙа атыу астан үлерһең. Мин ҡунағымды бер ваҡытта ла аслы-туҡлы ебәрмәйем! Шартлай яҙғансы ашатып ҡайтарам!
Матур ҡартая белергә кәрәк, һеңлем, – тине бабай ҡыҙа төшөп. – Ана, минең класташтарға ҡара! Ағинәй йәшенә еттеләр, кеше сәйнәүҙән баштары сыҡмай. Эскәмйәгә һары таңдан сығып ултыралар ҙа ҡыҙыл кискә тиклем ғәйбәт һаталар. Ә улар бит йәштәргә аҡыл өйрәтергә тейеш! Бына мин үҙем бер ваҡытта ла кәңәш бирергә тартынмайым, тормошто күргән, белгән кешемен бит ни тиһәң дә!
Үҙеңә ҡарап торам, һеңлем, – тине ул юбилярға текләп, – затлы кейем кейгәнһең. Әҙәмде сепрәк биҙәй шул. Ҡустымды, әйтәм, ғүмер буйы һәпрәһе ҡойолоп йөрөй. Ошолай табынға саҡырыу түгел, уның менән урамда күрешеүе лә оят. Мин гел бөхтә, таҙа кейенәм, бер ҙә ҡыйын түгел бит инде!
Иртә кейәүгә сыҡтың бит инде. Дөрөҫ! Ана малайым һаман өйләнмәй йөрөй! Уға кем барһын? Йәше үтте бит инде! Мин йәшләй кәләш алдым, һин дә мин йәшәп ятабыҙ! Унда минең һымаҡ аҡыл ҡайҙан булһын инде... Ярай, һеңлем, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ихлас күңелдән ҡотлауымды ҡабул ит, – тип тамамланы ул телмәрен. Юбиляр бындай ҡайнар ҡотлауҙы тәүге һәм һуңғы тапҡыр ошонда ишетте.
З. Хәкимйәнова.