– Бисара! Ҡотомдо алдың! Кит бынан, пшал! – тине лә дөпөлдәп типкән йөрәген тотоп өйөнә инеп юғалды.
Быларҙың барыһын ҡаршылағы күршеһе күҙәтеп торҙо.
– Ах, һин! Кем хайуанды улай тип тибеп осора! Гөлгөл – йәнһеҙ әҙәм! – тип тышҡа йүгерҙе. Ҡояшта ҡыҙынып ултырған этте һыйпаны ла хужаларына керҙе.
– Бына, – тине ул ингәс тә, – Гөлгөл бер ғәйепһеҙ йән эйәһен осора типте! Үҙем күрҙем! Этегеҙ әллә ҡайҙа осоп китте!
– Ыста! – тип аптыраны эттең хужаһы. – Типтеме? Осора типтеме? Ниңә улай итте икән?
– Ундайҙарҙың йәне юҡ! Изгелектең нимә икәнен белмәйҙәр! Йәлләү тигәнде лә ишеткәндәре юҡ!
– Шулайҙыр! Юғиһә, үҙеңдән көсһөҙ йән эйәһенән ҡул күтәрәһеңме инде? – тип эте бар икәнен көнөнә бер иҫләгән ҡатын баш һелкте.
– Күңеле ҡатҡан уның! Ни генә булмаһа ла кешелекле булып ҡала белергә тейешбеҙ бит! Эт тигәс тә тибергә тимәгән бит! Язаға тарттырырға кәрәк Гөлгөлдө!
– Судҡа бирергәме? – тип аптыраны эттең хужаһы.
– Ул ғына аҙ булыр ул! Үҙенә тибәйек! Сәсен бөртөкләйек! Эткә типкәненә түгел, тыуғаны өсөн үкенерлек булһын!
– Китсе, бигерәк ҡаты яза бит!
– Этеңде тағын типһен тиһеңме? Хайуандарҙы яҡларға кәрәк! Гөлгөл яуап бирһен! Үҙем барып тибәм, һуғам – эткә лә шул тиклем ауыртҡанын белһен! Баҡсаһын йолҡоп ташлайым! Көн күрһәтмәйем! Хайуандарға ла кешесә мөнәсәбәттә булырға тейешлебеҙ! Киттек, кәрәген алабыҙ!
Ике ҡатын Гөлгөлдөң өйөнә юлланды. Бәләкәй саҡта тешләнгәндән һуң былай ҙа эттәрҙән ҡурҡҡан Гөлгөл, һаман тыныслана алмай тәҙрәнән күршеләрҙең ярһыу йөҙҙәрен күреп ҡалып аптыраны.
– Гөлгөл! Сыҡ өйҙән! Этте типкәнең өсөн яуап бирәһең! Ул да йән эйәһе! Хәҙер үҙеңә тибәбеҙ, нисек ауыртҡанын бел! Кешелекле булырға кәрәк! – тигән ҡыҙыу тауыштар ишеткәс, хәлдең ниҙә икәнлеген аңланы.
“Эттән ҡурҡҡан булам, иң яуыз хайуан – кешеләр икән!” – тип Гөлгөл уйланы ла ишектәрен бикләй һалды.
З. Хәкимйәнова.