—Беләм-беләм, — тине Света, бәғерен тынысландырырға тырышып. — Тик иртәрәк түгелме? Әҙерәк миңә өйрәнһендәр ине...
—Нисек инде өйрәнһендәр? — Ибраһим бөтөнләй юғалып ҡалды.
— Һуң ҡара беҙгә, — Света уны көҙгө алдына килтереп баҫтырҙы. — Мин һинән өс йәшкә өлкән!
Ибраһим аңлағандай итте. Ата-әсәһе был йәһәттән талапсан шул. Берҙән-бер улдарына кәләштең иң яҡшыһын, иң эшлеклеһен, иң сибәрен алып бирергә теләйҙәр.
— Мин һине яратам! — тине Ибраһим. — Тимәк, кәләш итеп тә алам. Быға бер кем дә ҡаршы сыға алмай! Хәҙер үк атай-әсәйгә шылтыратам, әҙерләнһендәр! Ҡаршы булһалар, аралашыуҙан туҡтайым!
— Юҡ, йәнем, ҡабаланма, — Ҡыйыулана төшкән егет Светаны ишетмәне лә... Ибраһим әсәһенә шылтыратып та өлгөрҙө:
— Алло, әсәй! Иртәгә буласаҡ киленегеҙҙе алып ҡайтам, әҙерләнеп тороғоҙ, — тине егет.
— Ярай, улым... Исеме кем тинең әле? Светамы әле? Теге, һинән өлкәнерәк ҡатын инде?.. — Бер аҙ аптыраған тауыш яуап бирҙе.
— Эйе! Света! Өлкән булһасы, быныһы мөһим түгел! — тине Ибраһим ҡатыраҡ итеп.
— Э-э, — тип тамаҡ ҡырҙы әсәһе. — Улым... Буласаҡ килен тейешле кешенең номерын яҙып ебәр әле, үҙем шылтыратып, саҡырам.
Ираһим бындай яуап көтмәгәйне! Тимәк, бер ҙә ҡаршы түгелдәр! Шунда уҡ СМС менән ҡыҙының номерын ебәрҙе. Бер-ике минут та үтмәне, Светаның телефоны зыңғырланы. Ҡыҙ күңелһеҙ һөйләшеүгә әҙерләнеп, икенсе бүлмәгә ҡасты, Ибраһимы тыңлап ҡуймаһын!
— Света, мин шуны һорарға шылтырата инем, — тине буласаҡ ҡәйнәһе үҙе менән таныштырғас, — ниндәй ризыҡтар яратаһың? Өҫтәлгә ултыртырға тип һорауым...
— Уй, рәхмәт! — тип балҡып китте Света. — Мин бөтөнләй ит ашамайым. Онло ризыҡ та миңә ярамай, тиҙ һимерәм. Йәшелсә, емеш-еләк булһын ине.
— Ярай, аңлашылды, Света. Иртәгә күрешкәнгә тиклем, — тип хушлаштылар...
Ибраһим, күпме генә ныҡышһа ла, Света буласаҡ ҡәйнәһе менән нимә тураһында һөйләшкәне хаҡында әйтмәне. Әйҙә, ыҙалаһын! Әммә Ибраһим, Светаның янған күҙҙәренән күреп тора, һөйләшеү бик матур барған, ахыры!..
Йәштәр ҡыуаныша-ҡыуаныша иртәгәһенә Ибраһимдарға барып инде. Буласаҡ киленде шат-йылмайып ҡаршы алдылар, хәлдәрен, ҡайҙа эшләүен, уҡыуын һораштылар. Үҙҙәре тураһында һөйләнеләр.
— Бынамы тигән ҡыҙ! — тип әсәһе улына күҙ ҡыҫты.
— Шәп, Ибраһим, шәп, — тип маҡтаны улын атаһы!
Егет барыһы былай килеп сығыуына ифрат шатланды. Света буштан-буш көйәләнгән булған! И-и! Ҡатын-ҡыҙ заты!
Иң аҙаҡ инде сәй эсергә саҡырҙылар. Ә өҫтәл һый-хөрмәттән һынып бара: билмән, манты, бәлештәр, сөсө икмәк, әсе икмәк, кәнфит-печеньелар... Тик бына емеш-еләк, йәшелсәнең бер нәмәһе лә күренмәй ине. Света күп уйлап тормай, ишекте шарт ябып,кейәү балаҡай йортонан сығып ҡасты, бүтән килмәне...
— Һа-ай, шәп килен ине! Ниңә улай итте икән? Әллә беҙҙе оҡшатманы инде, — тигән булып йыуатты Ибраһимды ата-әсәһе...
З. ХӘКИМЙӘНОВА.