Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
29 Июль , 16:47
Уңыш сере
– Сәлим ағай, – тип башланы һүҙен Рәмил. – Һинең интервьюларыңды уҡып, ҡарап барам. “Уңышҡа өлгәшер өсөн тырышлыҡ кәрәк”, – тиһең. Мин, күпме генә эшләһәм, тир түкһәм дә, начальник итеп ҡуйырға йыйынмайҙар... Ни сама тырышырға кәрәк ул?
Уңыш сере
Рәмил менән Сәриәнең, йәш ғаиләнең, фатирында ығы-зығы ҡупты: кемеһе йышып иҙән йыуа, кемеһе өҫтәл әҙерләй. Икәүләп орсоҡ һымаҡ әйләнәләр. Бөгөн уларҙың ҡалаһына ниндәйҙер эше буйынса Рәмилдең ағай тейеш кешеһе килгәйне. Кис, бер юлы бала саҡтарынан күрешмәгән туғандарына, ҡустыһы менән килененә, инеп сығам тип хәбәр итте. Бик ҙур кеше ул. Һо-һо! Сәлим ағайҙары – төбәктә бик билдәле шәхес! Йырсы ла, сәйәсмән, бейеүсе, яҙыусы, эшҡыуар ҙа – ҡулынан килмәгәне юҡ! Шуныһы ҡыҙыҡ, нимәгә тотонһа ла, иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә лә ҡуя. Һәләтле кеше бар яҡлап һәләтле тигәндәре ошолор инде.
Оло шәхесте йәш ғаилә бар хәленсә иң оло хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алды. Башта Рәмил менән Сәриә бер аҙ юғалып ҡалды: Сәлим ағаларылай хөрмәтле кеше менән аралашыуҙары тәүге тапҡыр. Уның алмаған наградалары, тағылмаған миҙалдары, бирелмәгән исемдәре юҡ. Ә Рәмил менән Сәриә – пүстәк кешеләр... Ағаһы, ана, ҡайһылай ҡылана: башы һәр саҡ күккә сөйөлгән, һәр хәрәкәте ышаныслы. Уны затлы кейемдәрендә анауы иҫке диванға ултыртыу ҙа әллә нисегерәк.
Шулай ҙа бер-икене “төшөрөп” алғас, Рәмил ҡыйыуланды. Ул күптән үрләп китә алмай ыҙалана. Ағаһы, аҡыллы, хөрмәтле туғаны, ҡустыһына тейешле кәңәшен йәлләмәҫ, моғайын...
– Сәлим ағай, – тип башланы һүҙен Рәмил. – Һинең интервьюларыңды уҡып, ҡарап барам. “Уңышҡа өлгәшер өсөн тырышлыҡ кәрәк”, – тиһең. Мин, күпме генә эшләһәм, тир түкһәм дә, начальник итеп ҡуйырға йыйынмайҙар... Ни сама тырышырға кәрәк ул?
Сәлим ағаһы ҡустыһына өҫтән генә һынаулы ҡараш ташланы.
– Ҡустым, – тип яйлап башланы ул һүҙен, – был һүҙҙәр тик журналистар өсөн бит ул. Уңыш сере икенсе нәмәлә – һәләт кәрәк.
– Нимәгә һәләт? Ниндәй? – тине Рәмил, түҙемһеҙләнеп. – Минеке бармы икән?
Ағаһы тынып ҡалды. Рәмил шунда уҡ уға өҫтәп йәнә ҡойҙо: теле ысҡына башлағас, йүнле кәңәшен бирер, моғайын, өҫтәп һалырға ғына кәрәк, тип уйланы. Шунан ағаһы башлаған һүҙен дауам итте:
– Һинең һәләтең бар, малай, – тине ул бер ҡыярҙы һоғоноп. – Өҫтәлеңә ҡарағанда – урта ҡул етәксе сыға һинән, ҡустым.
Рәмил аптырап ҡалды. Өҫтәлде бит ул әҙерләмәне... Шунан ғына башына барып еткәндәй булды. Ағайҙың тел төбөн дөрөҫ аңланыммы икән тип, тикшереп ҡарамаҡсы булды:
– Ағай, – тине ул ипләп кенә. – Мин бит баҡса алдым. Дачала бынамын тигән мунсам бар. Иртәгә үҙеңде шунда алып барып һыйлайым, рәхәтләнеп ял итерһең!
Был һүҙҙәрҙән һуң ағаһы шат йылмайып ебәрҙе:
– Юҡ, ҡустым! Һинән урта ҡул ғына түгел, бик һәйбәт начальник сығасаҡ! – тип Рәмилдең арҡаһын тупылдатып ҡаҡты, йәнәһе, хупланы.
– Һәләтебеҙ ҡандан киләлер, – тине ағаһын дөрөҫ аңлағанға ҡыуанып бөтә алмаған Рәмил. – Иртәгә директорыбыҙҙы ла баҡсаға саҡырһам, ҡаршы түгелһеңдер, ағай? – тип өҫтәне, мут йылмайып.
– Һәләтен үҫтерәм тигән ҡустыма аяҡ салып ултыраммы инде? – тип хахылданы Сәлим ағаһы...
Уңыш серен белеп ҡалған Рәмил киләһе аҙнала бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнде. Тиҙҙән һәләтле йәш егет директор урынына күҙ төшөрҙө лә, ҡатынына оло табын әҙерләргә ҡушты...
Айгөл СӘЛӘХОВА.
Автор:
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин