Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әкәмәт
23 Август 2024, 10:01

Ғалим (Юмореска)

Уңды ҡатынынан Мазһар. Ғәлимә лә унан уңды, әлбиттә. Ғалим, профессор менән йәшәү бәхете һәр кемгә эләкмәй! Ярай, Ғәлимә ҡайтһа, барыһы ла яйға һалыныр. Ошондай уйҙар менән Мазһар Мансурович ҡайтыу яғы­на ыңғайланы. Ниңәлер ҡапыл Ғәлимәһе менән танышҡан мәлдәре иҫенә төштө.

Ғалим (Юмореска)Ғалим (Юмореска)
Ғалим (Юмореска)

Мазһар Мансурович ректорҙың кабинетынан артына ут ҡапҡандай өтәләнеп килеп сыҡты ла шунда уҡ телефонына йәбеште.

– Алло, алло! Ғәлимә! Тиҙ арала ҡайтып ет! Көҙгә тигән кисәне киләһе айға шылдыр­ҙылар. Ҡаҙағстандан ҙур делегация килә, шунда бер ыңғай шаулатып ғилми конференция һәм минең юбилей тантанаһын үткәрмәкселәр. Үҙең беләһең дә инде минең ғилми теманы. “Фәнни эшмәкәрлеген төрки телдәрҙе сағыштырыуға арнаған ғалимдың тантанаһы был сараға ныҡ дан буласаҡ!”, тине ректор. Ғәли Вәлиевич үҙе шулай тине, ышанаһыңмы?! Тик һин тиҙерәк ҡайтып ет инде, Ғәлимә...

Һүҙенең аҙағын нисектер иламһырап, эште нимәнән башларға белмәгән балалай тамамлап ҡуйҙы Мазһар Мансурович. Теге яҡ остан “ярай, ярай” тигән ҡыҫҡа ғына яуап яңғыраны.

Юбилейын үткән айҙа уҡ бил­дәләне ул. Балаларын, туған­да­рын йыйып, күркәм генә кафела табын ҡорҙолар. Арыу уҡ ҡотлау­ҙар, тәбрик һүҙҙәре ҡабул итте Мазһар Мансурович. Коллегала­ры, студенттары ҡотланы, гәзит­тәр­ҙә мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе, “Юлдаш” радиоһына интер­вьюға ла барып ҡайтты. Ни тиһәң дә, 60 йәш йыл һайын тулып тормай бит! Ошо мәшәҡәттәрҙе йырып сығып, аҙыраҡ тын алғас, Ғәли­мәһе 80 йәште уҙған әсәһе янында булып киләм тип, элекке көн генә тыуған яғына юлланғайны. Хәҙер бына ҡайтармайынса булмай, унһыҙ бит Мазһар Мансурович ҡулһыҙ, күҙһеҙ, ҡолаҡһыҙ...

Уңды ҡатынынан Мазһар. Ғәлимә лә унан уңды, әлбиттә. Ғалим, профессор менән йәшәү бәхете һәр кемгә эләкмәй! Ярай, Ғәлимә ҡайтһа, барыһы ла яйға һалыныр. Ошондай уйҙар менән Мазһар Мансурович ҡайтыу яғы­на ыңғайланы. Ниңәлер ҡапыл Ғәлимәһе менән танышҡан мәлдәре иҫенә төштө.

...Әрме хеҙмәтенән ҡайтып, һалдат формаһын да сисмә­йен­сә, имтиханға юлланды Мазһар. Хәрби кейемдә булыуы үҙенә ҙур плюс булыр тип уйламаған да ине, ә шулай булып сыҡты. “О-о, беҙгә һалдат уҡырға кил­гән!”, “Ҡайҙа хеҙмәт иттең?” тип ҡы­ҙыҡ­һынмаған уҡытыусы ҡал­ма­ғандыр. Унан да бигерәк бере­һенән-береһе һылыу  абитуриент ҡыҙҙарҙың иғтибарын тойоуҙан бер башҡа үҫеп киткәндәй булды. Мәктәп программаһын ярай­һы уҡ тоҙлаған кисәге һалдатҡа һәр имтихан алыусы, миһыр­бан­лыҡ күрһәтеп, белмәгән урындарына күҙ йомоп, яҡшыраҡ баһа ҡуйырға тырышты. Шулай итеп, студент булып китте Мазһар.

Шаулап-гөрләп торған студент тормошо, уҡыуҙар башланды. Рус теленән тәүге дәрес­тәрҙең береһендә үк диктант яҙ­ҙылар. 50 кешенең унауһы “икеле” билдәһе алды. Шуларҙың береһе Мазһар Биктырышов булып сыҡты. Ике төркөмдән, йәғни баяғы 50 кеше араһынан бер генә ҡыҙ “бишле”гә яҙған. Уҡы­тыусы “Кем бында Ғилембаева Ғәлимә?” тип һорағас, тәбәнәк кенә буйлы, күҙлекле ҡыҙ тороп баҫты. “Афарин! “Бишле!” Бер хатаһыҙ яҙғанһың!” тигән маҡтау һүҙҙәренән уңайһыҙланып, ҡыҙ­сыҡ ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарҙы, күҙлеген төҙәткеләне.

Иртәгәһенә үк Мазһар Ғәлимә янына күсеп ултырҙы һәм биш йыл буйы улар, Ишәй менән Ҡу­шай кеүек, айырылмаҫтан тағы­лышып йөрөнө. Семинарҙарға, имтихандарға бергә әҙерлән­деләр, реферат, курс эштәрен бер­гә яҙҙылар. Дөрөҫөрәге, был эштәрҙең күбеһен Ғәлимә баш­ҡарҙы. Әйткәндәй, баяғы, тәүге уңыш­һыҙ диктанттан һуң Мазһар бер ваҡытта ла диктантты “икеле”гә яҙманы, Ғәлимәнән күсе­реп,  “бишле”гә яҙып маҡталды.

Һуңғы курстарҙа Мазһар уңа­йы сыҡҡан һайын аспиран­тураға инергә, фән юлынан китергә те­ләге барлығын белдерҙе. Уҡы­тыу­сылар ҙа уға өмөт бағлауын йәшермәне. Беренсе-икенсе курс­­тарҙа алған бер нисә “өслө”­һөн төҙәтеп, ҡыҙыл диплом алыу­ға өлгәште. Әлбиттә, былар барыһы ла Ғәлимәнең ярҙамынан тыш булманы.

Ҡыҙҙы республиканың иң алыҫ районына эшкә тәғәйен­ләнеләр, ә Мазһар, буласаҡ аспирант рәүешендә, Өфөлә ҡалырға тейеш ине. Шунда ҡапыл уның башына ут ҡаптымы ни?! Ғәлимәнең ярҙамынан тыш, ул аспирантурала нисек уҡыр? Нимә эшләр?

– Ғәлимә! Беҙ өйләнешәбеҙ!

– Нисек? Ҡасан?

– Бына шулай. Хәҙер үк, бөгөн үк ғариза бирәбеҙ! – Быны шул тиклем ышаныслы итеп әйтте, ҡыҙға уйларға урын да ҡалдыр­маны. – Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! – тип тә өҫтәгәс, ҡыҙыҡай йылмайып уҡ ебәрҙе.

Шулай һәүетемсә генә йәшәп алып киттеләр. Ятаҡтан бүлмә алдылар. Ғәлимә эшләне, Мазһар аспирантурала уҡыны. Буласаҡ ғалим фән менән шөғөлләнһен өсөн ҡатыны бер мәшәҡәт тә һалмаҫҡа тырышты. Улы менән ҡыҙын да башлыса үҙе баҡты, йорт мәшәҡәттәрен дә үҙ иңенә һалды.

– Ғәлимә, мәҡәлә әҙерләп, фәнни журналда баҫтырырға кәрәк ине...

– Ғәлимә, киләһе аҙнала ғил­ми кәңәшмәлә сығыш яһайым...

– Диссертациямдың хаталарын тикшереп, машинкала баҫырға кәрәк...

– Рецензенттар мәҡәләне үҙемә яҙырға ҡушты, зинһар, ярҙам итеп ебәр...

– Ғәлимә... Ғәлимә... Ғәлимә...

Яҙҙы, әҙерләне, тикшерҙе, тө­ҙәтте, баҫты, баҫтырҙы, сағыш­тырҙы, баһаланы Ғәлимә. Һөҙөм­тәлә уның һөйөклө ире Мазһар Мансур улы Биктырышов фән кандидаты, унан фән докторы, профессор булып танылды. Кемгә эләгә әле бындай бәхет?! Ә бына Ғәлимәгә эләкте!

...Әле бына сәхнә түрендә май ҡояшы кеүек йылмайып ултыра Мазһар Мансурович. Шул тиклем күп матур һүҙҙәр әйтте­ләр, Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡ­тар ҙа уның фән донъяһына ин­дергән өлөшөн юғары баһаланы. Бындай иғтибар-хөрмәттән күңе­ле булған Мазһар Мансурович ҡарашы менән ҡатынын эҙләп та­бып, ҡәнәғәт йылмайып уға баҡты...

 

 Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Автор:
Читайте нас