Беҙ – етмеште үткән ике ҡарсыҡ – әхирәтем Ғәлиә апай менән көлөшә-көлөшә сәй эсәбеҙ. Минән ике генә йәшкә өлкәнерәк булһа ла, уға апай тим. Ул башта: “Мине өлкәнәйтәһең, апай тип әйтмә”, – ти торғайны. Быға эстән генә көлөмһөрәйем, әммә апай тип өндәшеүемдең ысын сәбәбен әйтмәйем. Сәбәбе – кәүҙәгә минән ике тапҡыр ҡалыныраҡ, мыҡты, мөһабәт булыуы. Ә үҙе шул тиклем матур, килешле кейемдәрен кейһә, Әбей батша Екатеринаға оҡшап тора. Сынаяҡтарҙы бушата-бушата, берсә көлөшөп, берсә һағышланып үткәндәрҙе иҫләйбеҙ. Бер мәл һүҙ кемдең нисек кейәүгә сығыуына барып ялғанды. Ғәлиә апайҙың кейәүгә сығыу тарихын уның үҙ исеменән һеҙгә лә бәйән итәйем әле.
– 1-се курста уҡып йөрөгән сағымда ауыл хужалығы институтының 4-се курс студенты мине ҡарауыллай башланы. Әле генә уҡый башлағас, егет тураһында уйлағы ла килмәй. Ятаҡта дүрт ҡыҙ бер бүлмәлә татыу ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, хатта, 3-сө курсты бөтмәйенсә егеттәр менән йөрөмәйәсәкбеҙ, тип һүҙ беркетеп тә ҡуйҙыҡ. Әммә был Марат миңә тынғы бирмәй бит. Ятаҡта үткәрелгән Яңы йыл байрамына ла килде. Бөтә бейеүгә лә мине генә саҡырҙы. Мин дә бер ҙә ҡарышмайынса, ҡулдарымды уның иңенә һалып вальс әйләндем, үҙемде Наташа Ростова итеп хис иттем. Ошо кисәнән һуң беҙҙең ятаҡ егеттәре Маратты аулаҡта тотоп алып, бүтәнсә был тирәлә йөрөмәҫкә ҡушҡан. Әммә ул мине дәрестән ҡайтҡан сағымда, икенсе урамда осратып, оҙатып ҡуйыр ине. 1-се курстың аҙағына ла еттек. Йәмле яҙҙың бер көнөндә күңелемде башкөллө биләп алған һөйгәнем хаҡында матур хисле уйҙарым менән ятаҡҡа табан атлап килгәнемдә, бер киоск артынан “һап” итеп Марат килеп сыҡты. Мин ҡурҡышымдан терт итеп ҡалдым һәм үҙем дә һиҙмәҫтән “пырт” итеп ебәрҙем. Оятымдан ер тишегенә инергә лә әҙер инем һәм ғәрлегемдән үкһеп илай башланым. Марат көслө ҡулдары менән ҡосаҡлап, мине йыуатырға тырыша, уның һайын ярһып илайым, шешенеп киттем. “Был хәлдә бүлмәңә ҡайтара алмайым, ҡыҙҙарың әллә нимә уйлар”, – тип ул мине үҙенең ятағына алып ҡайтып китте. “Нимә булды, ни өсөн илайһың, һөйлә. Әгәр мөмкин булһа, ярҙам итермен. Киләсәктә бер ҡасан да күҙ йәштәреңде түктермәм”, – тип сәстәремдән һыйпап иркәләгәйне, күҙҙәремдән тағы ла йәштәрем “былт” итеп килеп сыҡты. Шул хәлдә уның ҡосағында йоҡлап киткәнмен, икенсе көнөнә ул мине кәләш итеп аласағын белдерҙе. Беҙгә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Бишенсе курсты тамамлағанда ике улыбыҙ бар ине инде, бик матур, татыу, яратышып ҡына йәшәнек. Хаҡлы ялға сығырға бер генә йыл ҡалғас, инфаркттан мәрхүм булып ҡалды ҡәҙерлем. Аҙаҡтан, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәс, теге саҡта минең ни өсөн илағанымды белмәгән булыуы асыҡланды. Көлә-көлә һөйләп биргәйнем, “Мин бәләкәйҙән ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булдым, һинең “пырт” итеүеңде ишетмәнем дә ул”, – тип көлдө. Әммә Маратҡа тормошҡа сығыуыма бер ҡасан да үкенмәнем, уның менән йәшәлгән бәхетле йылдар өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, – тип тамамланы һүҙен Ғәлиә апай.
– Ә хәҙер һинең сират, Роза, – тине әхирәтем.
– Әй, Ғәлиә апай, айырылған иремде һөйләп ултырғым килмәй, мин һиңә икенсе сәбәп менән килдем әле. Иҫке Муса ауылында ҡоҙағыйым йәшәгәнен беләһең бит инде. Мин уларға йыш барып йөрөйөм. Бына шул ҡоҙағыйым бер матур ғына бабайға димләне. Ризалығымды бирҙем, иртәгә, 2 апрелдә, никах уҡытабыҙ. Уйланым, уйланым да риза булдым, исмаһам, ҡарт көнөмдә иптәш булыр, балалар күптән инде башлы-күҙле, уларҙың айырым донъяһы. Никахҡа бер туған ҡустым менән киленде әйттем дә, һине саҡырам. Хәҙер ҡустым машина менән беҙҙе килеп ала ла, бергәләп ауылға юлланабыҙ, – тип сурытып алып киттем. Былтыр Ғәлиә апай мине 1 апрелдә алдап мунсаға саҡырғайны. Мин такси менән ул әйткән адресҡа барып, бер ниндәй ҙә мунса тапмай, һемәйеп йөрөп ҡайтҡайным, әле шуға яуап итеп, әхирәтемде алдап ултырыуым.
– Уй, Аллам, рәхмәт инде хөрмәт итеп саҡырыуыңа. Никахта бүләк тараталар, бер әҙерлегем дә юҡ бит әле. Ҡалайтам инде, – тип Ғәлиә апай ысынтылап ыуалана башланы.
– Ярай, борсолма, үҙең килһәң, булды, үҙең миңә – ҙур бүләк, – тип ролгә инеп киттем.
– Юҡ инде, улай ярамай. Бер мулла, һәр кемдең үлемтеге әҙер булырға тейеш, тигәс, арыу уҡ нәмә йыйғайным. Ярай, үлмәй торайыҡ әле. Һинең никахыңа яҙғандыр, – тип олоғара сумаҙанын килтереп сығарҙы. Ихласлап ялтыр яулыҡтарын, таҫтамалдарын тәкләп, һанап һалып ала башланы. Һыуытҡысын бер асып, бер ябып, күстәнәс төйнәне.
Кис етте. “Көткән” ҡусты һаман килмәй. Ғәлиә апай аптырай башланы, яңынан сәй яңыртты. Тағы сәй эсеп, ихласлап рәхмәт әйтеп, “Ғәлиә апай, һине 1 апрель менән!” – тинем. Ул башта асыуланғандай итте, унан көлөп ебәрҙе. Бынан һуң бер-беребеҙҙе алдамаҫҡа, Көлкө көнөндә филармонияға концертҡа йөрөргә генә һүҙ ҡуйышып хушлаштыҡ.
Роза ЗИННӘТШИНА.
Өфө ҡалаһы.