Ауылдарҙа йәшәгәндәр шунда уҡ табиптарға сиратҡа яҙылды. Мөмкинлек бар саҡта, яңы аппарат боҙолмаҫтан алда барып күренә һалып, бик булмаһа заман технологияһын күҙләп булһа ла килергә кәрәк.
Дауахананың үҙендә лә хеҙмәткәрҙәр гөж килде. Төпкөл райондың балнисына көн дә улай иғтибар бүлмәйҙәр! Өп-өр яңы аппаратты килтереүҙәрен унда ла түҙемһеҙләнеп көтәләр. Хатта баш ҡаланан ҡулланырға өйрәтәсәк белгес тә ебәрә тип һөйләнеләр...
Аппаратты алып килгән көн ҙур байрамға әүрелде. Дауахана шарҙарға, гөл-сәскәләргә күмелде. Чиновниктар килде, журналистар йыйылды, хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Бар халыҡ яңы, замандың барлыҡ технологияларына ярашлы, зауыҡлы һәм уңайлы итеп эшләнгән аппараттан күҙен алманы. Уны хатта ҡыҙыл таҫма бәйләп тороп асырға ла онотманылар. Әлбиттә таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы бында килгән иң юғары вазифалыларға тапшырылды. Иҫ киткес матур байрам булып үтте ул тарихи көн!
Бына ултыра ул аппарат хәҙер райондың йәме булып! Ялтырып, күҙ яуын алып! Төпкөлдәге дауаханалар ҙа онотолмаған икәнде аңлатҡан, медицина өлкәһе көндән көн үҫешә барыу билдәһе, яҡты киләсәк өмөтө – яңы ғына, арыу ғына, ныҡ кәрәкле бахилалар аппараты!
Айгөл СӘЛӘХОВА.