Шоңҡар
+19 °С
Облачно
Әкәмәт
7 Января 2025, 17:33

“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...” Мотал Рәмов

Беҙҙең дә өйләнешкән генә йылыбыҙ. Мәрхәбә еңгәй менән Шәрифйән ағайҙарҙың өйөндә парлылар йыйылғанбыҙ. Төрлө ҡыҙыҡтарҙы иҫкә алып, үткәндәр хаҡында көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултырабыҙ...

“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...” Мотал Рәмов“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...” Мотал Рәмов
“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...” Мотал Рәмов

Мотал Рәмов

Ауылым мәҙәктәре

“Ирме,бисәме – милиция барып тикшергән...”

Элек, беҙ йәш саҡта, Яңы йыл һәм башҡа ҙур байрамдарҙа (23 февраль – Совет Армияһы көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы, 1 Май – Теләктәшлек көнө, 7 ноябрь – Бөйөк октябрь революцияһы көнө) ауыл йәштәре ҙур табындар ҡороп, бик матур уйнап-көлөп, йырлап-бейеп ултырырҙар ине. Үҫмерҙәр бер йортта, олораҡ йәштәр икенсе йортта, яңы өйләнешкән йәш ғаиләләр айырым табын ҡорҙолар. Аҙаҡ клубта осрашып, арығанса наза һуғыуҙар – “Сылбыр”, “Өс таған” бейеүҙәр, күмәкләшеп төрлө уйындар уйнау тарихта тороп ҡалды инде...

Беҙҙең дә өйләнешкән генә йылыбыҙ. Мәрхәбә еңгәй менән Шәрифйән ағайҙарҙың өйөндә парлылар йыйылғанбыҙ. Төрлө ҡыҙыҡтарҙы иҫкә алып, үткәндәр хаҡында көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултырабыҙ.

–Әй, ысын, ишеттегеҙме, Бараҡалда Кошаленко тигән берәү үлгән, тиҙәр... Ирме-бисәме... Милиция барып тикшергән... – Болараҡ телле Рәйлә ҡоҙасам хәбәр һалды бер мәл. Барыбыҙ ҙа яңылыҡҡа аптырашып, уға боролдоҡ.

–Уй, килен, һин хәбәрҙе абайлабыраҡ һөйләсәле... – Үҙе лә, теле лә шаян Шәрифйән ағай төҙәтергә ашыҡты. – Ул нишләп милиция барып, ирме-бисәме, тип тикшереп йөрөһөн инде...

–Юҡ та, ирме-бисәме, тип мин әйтәм. Фамилияһынан аңлап булмай бит...

–Шулайтып һөйлә! Әтеү беҙ ни ”ирме-бисәме, милиция барып тикшергән”, – тип аңлап ултырабыҙ ҙа инде, – Шәрифйән ағайҙың был һүҙҙәренән һуң табындағылар арығансы көлөшөп алдыҡ...

Автор:
Читайте нас