Боҙом тураһында бик күп яҙалар.Ҡайһы берәүҙәр ышана,ә ҡайһы берәүҙәр көлөп кенә ҡарай.Минең был яҙыуым,ҡара көс менән идара итеүсе кешеләрҙең барлығына ышанмағандар һәм бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең тормошонан көнләшеп,уларға боҙом яһап,әллә күпме ҡайғы-хәсрәт килтергән сихырсыларға ҡағыла.
Мин дә, күңелем тулы тик изгелек тулы булғас,бынан теүәл 21 йыл элек,ике сиған ҡатыны өйгә килеп инеп :"Һеҙҙә бит боҙом,ирегеҙҙе,үҙегеҙҙе,өс балағыҙҙы үлемгә сихырлағандар" тип әйткәс,көлөп кенә ҡуйҙым.Хатта,аҡ ҡағыҙ битенә,ҡулымды һалдырып,һуңынан ҡәбер һүрәттәрен күрһәтһәләр ҙә,ышанманым.Ә ысынында,барыһы ла дөрөҫ булған.Минең өсөн өҙөлөп торған ирем эскелеккә ныҡ бирелеп,ағыуланып үлеп ҡалды.Ә уға тиклем ҡапҡа алдына ваҡ ҡына сөйҙәр түгеп киттеләр.Ваҡ малайҙар ҡыуана-ҡыуана йыйып алдылар.Улым армияға китер алдынан,юлға әйберҙәрен йүнләп йөрөйөм.Эй,энә эҙләйем.Шул ваҡыт,ниңәлер ҡулым үҙенән-үҙе,китаптар торған кәштәгә үрелде...Һәм китаптар артынан,ҡыҫҡа ғына ептәр кейҙереп һапланған өс энә сәнселгән ҡара епте килтереп сығарҙы.Был юлы инде әҙме-күпме сихырҙың барлығына ышана инем, төн булыуға ҡарамаҫтан,үҙем белгән доғаларҙы уҡып,епте,энәләре менән йылғаға алып барып ташланым.Һәм хәҙер генә аңлайым,ниндәйҙер юғары көстәрҙең миңә ярҙам иткәнлеген.Сөнки ул китаптар артында ниндәй энә ятһын?Был доньяла бер нәмә лә осраҡлы түгел,Бер ваҡыт ҡупшы ғына кейенгән,башына түбәтәй кейгән,йөҙөнән ниндәйҙер илаһи нур бөркөлгән,ир килеп инде.Инде лә,ултырғыс алып,өрлөк буйына ултырҙы.Уҡынып-уҡынып ,миңә доғалар китабы биреп,хушлашып сығып китте.Ул китапты мин әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.Бик күп доғаларҙы шул китаптан уҡып өйрәндем.Нимәһе сәйер,күрше-күләндән аҙаҡ һорайым,һеҙгә шулайыраҡ ир индеме тип,берәүгә лә инмәгән дә,һәм күреүсе лә булманы.Хәҙер инде мин күп нәмәләрҙе аңлайым.Ауылыбыҙҙа кемдәр боҙом менән булғанын да беләм.Улар менән аралашмаҫҡа тырышам.Донъя бит ҡуласа,миңә уйлаған боҙоҡ уй-ниәттәре үҙҙәренә ҡайтып тора.Тик улар быны аңлау хәлендә түгелдәр,иблес ҡотҡоһона ныҡ бирелгәндәр.Шуның өсөн бер ваҡытта ла кеше уңыштарынан ,тормошонан көнләшмәгеҙ.Ә боҙомдан һаҡланыу өсөн Аллаһыға һыйынығыҙ,сихырға ҡаршы доғалар һәм төрлө һаҡланыу сараларын да өйрәнегеҙ.Күңеле боҙоҡ әҙәмдәр бер нәмәнән дә ҡурҡмай,хатта ҡәберҙән барып тупраҡ алып,һирпеп тә,һалып та китәләр.Аҙағын ғына уйламайҙар шул...Мәрхүм булғас та төшкә инеп, "Мин һеҙҙе сихырланым,шул әйберҙе алығыҙ инде" тип үтенәләр.
Сығанаҡ: "Сәйер донъя"