Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
24 Март 2025, 15:34

"Мөхәббәтемдер, бәлки..."

Йәсминә иртәнге сәйен яһаны ла тәҙрәнән урамға күҙ һалды. “Кеше артыҡ күренмәй бөгөн. Төнө буйы яуған ямғыры ла туҡтамай, исмаһам. Ярай әле, эшкә бараһы түгел”, – тип уйлап алды. Тик тыуған көнгә саҡырылғайны бит әле... Тик бына бер ҡайҙа ла йөрөгөһө килмәй, кеше араһына сығырға яратмай ул. “Сирләйем, тип әйтермен инде”, – тип ҡарар итте лә өй мәшәҡәттәренә тотондо Йәсминә.

"Мөхәббәтемдер, бәлки..."
"Мөхәббәтемдер, бәлки..."

Йәсминә иртәнге сәйен яһаны ла тәҙрәнән урамға күҙ һалды. “Кеше артыҡ күренмәй бөгөн. Төнө буйы яуған ямғыры ла туҡтамай, исмаһам. Ярай әле, эшкә бараһы түгел”, – тип уйлап алды. Тик тыуған көнгә саҡырылғайны бит әле... Тик бына бер ҡайҙа ла йөрөгөһө килмәй, кеше араһына сығырға яратмай ул. “Сирләйем, тип әйтермен инде”, – тип ҡарар итте лә өй мәшәҡәттәренә тотондо Йәсминә. 24 йәшлек ҡыҙҙың барыһы ла бар тип әйтерлек. Көн дә яратып йөрөгән эше, йәшәр мөйөшө бар. Өләсәһе вариҫ итеп ҡалдырғайны торлаҡты. Тик бына шәхси тормошта ғына уңмай. Хеҙмәт урынында бер өйләнмәгән бүлек мөдире бар ҙа, уның эргәһендә сибәр, ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙҙар ғына өйөрөлә. “Ә миңә, “һоро сысҡан”ға, кем ҡараһын инде?.." Яңғыҙ тип тә әйтеп булмай Йәсминәне. Эшендә хөрмәт итәләр: үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле ул. Тик бына сағыу кейенергә баҙнатһыҙ. Шуға бер көн фирмалағы ҡыҙҙар уны әйҙүкләп бер бутикка алып барып, һуңғы мода буйынса тегелгән күлдәкте лә алдыртҡайны. Ошонан һуң кафеға ингәйнеләр. Шунда бер егет уның йөҙөнә бик оҙаҡ, ингәндән алып сыҡҡансы, ҡарап ултырғас, ҡыҙҙар: “Күҙҙәре менән тишә инде үҙеңде. Әллә ғашиҡ булды инде?” – тип көлгәйне. “Ул сибәр егеткә мин оҡшай буламмы? - тип уйлап ҡуйҙы әле. - Юҡтыр. Шулай ҙа иртәгә эшкә теге матур күлдәгемде кейеп барайым әле..." Кейеп килде лә. “Йәсминә, ҡалай бөгөн матурһың!” – тип һоҡланып ҡараны үҙенә электән шаяртып һүҙ ҡушып йөрөгән программист егет. Был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланһа ла, барыбер кәйефе күтәрелде ҡыҙҙың. Эштән һуң матурлыҡ салонына ла инеп сығырға ҡарар итте. ...Ошо көндән өҫ-башына ҡарата иғтибары көсәйҙе Йәсминәнең. Эргә-тирәләге ир-егеттәр ҙә уның яғына күҙ һала башланы. Ә ҡыҙҙың хәтеренән теге кафелағы егеттең ҡарашы китмәне. Көн дә уйланы уны. “Бәлки осратырмын”, – тип бер көн кафеға инергә баҙнат итте. Ул ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле егет, ысынлап та, бар ине. Йәсминә эргәһенә килде лә үҙенең рәссам икәнлеге хаҡында әйтте һәм күргәҙмәһенә саҡырҙы. Ҡыҙ бик ихлас ҡабул итте был тәҡдимде. “Моңһоу ҡыҙ” тип атала был картинам. Рәхмәт һиңә, был эшем миңә уңыш килтерҙе. Ғәфү ит, өндәшмәй генә портретыңды яҙҙым”, - тине егет. Ҡыҙ ҡапыл ни әйтергә белмәне, залдан йүгереп сығып китте. Скверҙағы эскәмйәгә ултырҙы ла илап ебәрҙе Йәсминә. Мөхәббәтемдер, бәлки, тип уйлағайны, ә ысынында уны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланғандар... Ҡайһылай ауыр икән бындай тойғоно кисереү... Шул саҡ янына берәү килеп ултырҙы. “Ниңә илайһың ул, Йәсминә?” – тип хәстәрлекле өндәште. Ҡыҙ уға - эшендәге программамист егеткә - һирпелеп ҡараны ла беренсе тапҡыр йылмайыу менән яуап бирҙе...

Авторы билдәһеҙ. 

Автор:
Читайте нас