

Белорет – Өфө юлындағы халыҡта “Ҡәйнә теле” тип исемләнгән боролошта, билдәле булыуынса, юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә.
Бөгөн, 19 июндә, Башҡортостандың «Ҡәйнә теле» боролошонда фура осҡан. Башҡортостан ЮХХДИ-да ошо мәғлүмәтте раҫланылар.
Киске сәғәт етелә Өфө - Инйәр - Белорет юлының 118-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. 64 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып, трассанан төшөп киткән. “Scania” йөк машинаһы ауған. ЮХХДИ-да хәбәр итеүҙәренсә, водитель алған йәрәхәттәренән һәләк булған.
- Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Тикшереү бара, уларҙың шарттары асыҡлана, - тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. “Ҡәйнә теле”ндә генә түгел, республикалағы башҡа юл участкаларында ла хәүеф юҡ түгел. Был хаҡта һис оноторға ярамай.
Фото: https://ufa1.ru/text/transport/2022/06/19/71422022/