Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
25 Июня 2022, 11:55

Яҡташыбыҙ Абхазияла диңгеҙҙә батып үлгән

 Ир ҡыҙҙы ҡотҡарырға маташҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ Абхазияла диңгеҙҙә батып үлгәнЯҡташыбыҙ Абхазияла диңгеҙҙә батып үлгән
Яҡташыбыҙ Абхазияла диңгеҙҙә батып үлгән

Абхазияның Гагра ҡалаһында Өфөнән 40 йәшлек турист  Максим Беркли һәләк булған. Ул ҡыҙҙы ҡотҡарырға тырышып, диңгеҙҙә батып үлгән, тип хәбәр итте Абхазия Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәбәр мәғлүмәттәре буйынса, ир тәүгеләрҙән булып һыу аҫтына киткән ҡыҙҙы ҡотҡарырға ташланған. Ниндәйҙер мәлдә турист үҙе бата башлаған. Ярҙамға килгән шаһиттар ҡыҙҙы тере килеш һыуҙан тартып сығарған, ләкин Өфө егетен ҡотҡарып өлгөрмәгән.

Фото: https://loon.site/

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас