Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
2 Июль 2022, 06:50

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр үлемесле авария осораған

Уларҙы райондан Өфө хәрби комиссариатының йыйылма пунктына алып китеп барғандар.

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр  үлемесле авария осорағанБашҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр  үлемесле авария осораған
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр үлемесле авария осораған

Бөгөн, 2 июлдә, Башҡортостандың Благовещен районында өс машина бәрелешкән, һөҙөмтәлә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ-нан хәбәр иттеләр.

Яҡынса иртәнге сәғәт 7-се яртыла Өфө - Яңауыл трассаһының 69-сы саҡрымында Mitsubishi Pajero, Daewoo Nexia менән «Газель»  бәрелешкән. Икенсе автомобиль водителе йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Ике пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы хәбәр итеүенсә, "ГАЗель" салонында хәрби хеҙмәткә саҡырылған 15 егет булған, уларҙы райондан Өфө хәрби комиссариатының йыйылма пунктына алып китеп барғандар. Фажиғә һөҙөмтәһендә өс егет төрлө йәрәхәттәр алған.

- Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Тикшереү бара, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Сығанаҡ һәм фото: https://gtrk.tv/novosti/274495-avtobus-prizyvnikami-popal-smertelnoe-dtp-bashkirii-odin-chelovek-pogib-troe

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас